

Бына ниһайәт, төп приз — электр ит турағысҡа лайыҡ булған гәзит уҡыусыбыҙ ҙа редакция тупһаһы аша атланы. Ул Абҙан ауылында йәшәүсе, ғүмер буйы мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Бибинур Әхмәдил ҡыҙы Зәйетҡолова.
Бибинур апай “Инйәр”ҙе баҫмаға сыҡҡан көнөнән бирле, бер ҡалдырмай алдырып, йыл һайын бүләк отошҡа квитанцияһын ебәреп тора.
— Быйыл гәзиткә яҙылған саҡта хат ташыусы Гүзәлгә шаяртып: “Миңә төп приз эләкһен. Ит турағыс бик кәрәк!” — тип әйткән инем, Хоҙайҙың “Амин” тигән сағына тура килгән — теләгем ҡабул булды. Ниндәй көн булды икән, шуныһын иҫләмәйем. Быға тиклем бер бүләк тә алған юҡ ине.
Үҙем башта ышанмай торҙом. Һөйөнсөнө Илгиз улым алды. Гәзиттән уҡып белгән. “Инәй, һиңә бүләк бар бит, уҡыманыңмы әле?” — тине. Аҙаҡ балалар, туғандар шылтыратып ҡотлай башланы. Эй, ҡыуандыҡ! Бәхет өсөн күп кәрәкмәй. Яҡындарымдың минең өсөн ихлас шатланыуҙары һөйөндөрҙө.
Гәзитһеҙ йәшәй алмайым. Ундағы бөтә рубрикалар ҙа оҡшай. Оло кешеләрҙең яҙмышы, элекке хеҙмәттәре, йәштәрҙең бөгөнгө тормошо тураһында яҙылған мәҡәләләр күңелемә яҡын. Улар хаҡында яҙған хәбәрселәргә “афарин” тип әйткем килә. Шиғыр оҫталарының әҫәрҙәренең мәғәнәһенә төшөнөп тороп уҡыйым.
“Инйәр”ҙе ҡәҙерле ҡунаҡ һымаҡ көтөп алам. Берҙән-бер гәзитебеҙ үҫешһен, райондаштар яҙылып торһондар. Бай йөкмәткеле, мәғәнәле мәҡәләләрҙе уҡыйыҡ, яңылыҡтарҙы белеп барайыҡ, — ти гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Бибинур Әхмәдил ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.