Инйәр
+13 °С
Облачно
Новости
3 Февраля 2022, 07:20

Дәртле ауылдашыбыҙ

Абҙан ауылы һәләтле, эшһөйәр, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарға  бик бай.

Дәртле ауылдашыбыҙДәртле ауылдашыбыҙ
Дәртле ауылдашыбыҙ

Улар ябай ғына әйберҙәрҙән дә хайран итерлек бөйөклөк тыуҙыра белә. Яҙаһы һүҙем шундайҙарҙың береһе — Мәрүә Рәшит ҡыҙы Фәйзуллина тураһында.

Мәрүә Рәшит ҡыҙы яңғыҙы биш бала тәрбиәләп үҫтергән.  Ауылыбыҙҙың иң әүҙем кешеһе  ул. Тырыш ханымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлө, тип тормай — бер нимәгә ҡарамай, атҡарып та ҡуя. Төрлө  байрамдар, бәйгеләр унан башҡа үтмәй, тип әйтһәк тә хата булмаҫ.  Мәҫәлән, Яңы йылды ғына алайыҡ, йорт алдында ҡарһындар әүәләп, өйҙөң эсен, тышын да байрамса сағыу итеп бәҙәп тә ҡуйҙы.

Уның алтын ҡулдары ғәҙәти генә туҡымаларҙан сараларға кейемдәр тегеп, халыҡты һөйөндөрә. “Өмөт” халыҡ театрының ышаныслы таянысы ла. Образдарға һәр ваҡыт “һә” тигәнсе кәрәкле костюмдарҙы әҙерләп тә ҡуя.

Оҫта ашнаҡсы ла үҙе. Ҡоймаҡ, бауырһаҡ байрамдарында төрлө тәмлекәстәре менән ҡыуандыра. Милли аш-һыуҙар бешереү серҙәре менән дә уртаҡлаша. Шундай киң күңелле, дәрте ташып торған ауылдашыбыҙ булғанға бик шатбыҙ.

Рәүфилә Әлимғолова,

 “Өмөт” халыҡ театрының рәссамы.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас