Инйәр
+17 °С
Облачно
Новости
3 Февраля 2022, 06:44

Абай булығыҙ, мутлашыусылар!

Бөгөн фатирҙы ҡуртымға биреү өлкәһендә мутлашыу осраҡтары ҡәҙимге күренеш.

Абай булығыҙ, мутлашыусылар!Абай булығыҙ, мутлашыусылар!
Абай булығыҙ, мутлашыусылар!

Алданыу хәүефе фатирсыларға ла, хужаларына ла янай. Фатир ҡуртымлау баҙарында төрлө мутлашыу алымдары йәшәй: квартираны бер үк ваҡытта бер нисә кешегә ҡулланыуға биреүҙән, ялған документтар менән эшмәкәрлек итеүгә тиклем. Иң киң ҡулланылғаны — алдан аҡса түләттереү.

Мутлашыусылар төшөмлө килешеү вәғәҙә итеп, риелтор компаниялары исеменән иғлан бирә. Уны төҙөү өсөн тик алдан аҡса күсереүҙе генә һорай. Һөҙөмтәлә, ҡорбан аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаға, бер ниндәй хеҙмәтләндереү ҙә алмай.

Бындай күңелһеҙ күренеш беҙҙең районда ла  күҙәтелә. Б. “Бәләнештә” социаль селтәрендә фатирҙы ҡуртымға биреү тураһында кәрәкле иғлан тапҡандан һуң,  шарт буйынса “Сбербанк” иҫәбенә 4000 һум аҡса күсерә, ләкин фатир ҡуртымлау буйынса хеҙмәтләндереү атҡарылмай. Билдәһеҙ шәхестең дә “Бәләнештә”ге бите  юғала.

Әгәр һеҙ алдан аҡса түләү талабын күрәһегеҙ икән — кисекмәҫтән был килешеүҙән баш тартығыҙ. Аҡсаны аралашсыға йәки фатир хужаһына килешеү төҙөгәндән һуң ғына күсерегеҙ.

Ринат Ибраһимов,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Архангел районы буйынса бүлегенең тәүтикшереү төркөмө начальнигы вазифаһын башҡарыусыһы, полиция капитаны. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас