Инйәр
+23 °С
Ясно
Новости
25 Января 2022, 09:00

Эш башы — изге ниәт

Ҡыҙғы ауылында Лариса һәм Азат Сиражетдиновтарҙың йәш ғаиләһе күптәрҙе һоҡландыра, тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ.

Эш башы — изге ниәтЭш башы — изге ниәт
Эш башы — изге ниәт

Улар икеһе лә ошо ауылдыҡы. 1997 йыл бер-береһен һөйгән ике йәр өйләнешеп, бәхет эҙләп ситкә сығып китмәй, тыуған ерҙәрендә нигеҙләнә. Әйткәндәй, быйыл 27 февраль уларҙың бергә йәшәүенә 25 йыл тула.

Ата-бабаларының кәсебен дауам итеп улар бал ҡорттарын үрсетә, мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Бөгөн Азат Ғиниәтулла улы Себерҙә электр-газ иретеп йәбештереүсеһе булып тир түкһә, Лариса Сабирйән ҡыҙы балалары менән өйҙә донъя көтә.

Ғаиләлә өс бала: Азамат, Ләйсән, Эльвина. Улар  ата-әсәләренә оҡшап тырыштар, состар һәм сәнғәткә ғашиҡтар.

— Азамат меннә Ләйсәнгә үҙебеҙҙең ауылдағы башланғыс мәктәптә белем алыу бәхете тәтене. Фират Мирсаяф улы Нафиҡов менән Роза Айса ҡыҙы Сиражетдинова — балаларыбыҙҙың тәүге уҡытыусылары. Ҡыҙғыла белем усағы  барҙа тормошобоҙ күңелле була торғайны. Ваҡыт үткәс кенә  шуны аңлайһың — мәктәпһеҙ ауыл һүнеп ҡалған һымаҡ икән.

 Эльвина 1-се класҡа Баҡалдыға барҙы, бөгөн кескәйебеҙ 6-сыла уҡый. Башҡа әхирәттәре менән интернатта йәшәргә мәжбүр. Үткән йылдарҙа интернатта ҡалған уҡыусылар өсөн төрлө түңәрәктәр үткәрелә, район мәҙәниәт йортонан да килә торғайнылар. Һуңғы арала ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында,  балалар менән шөғөлләнеүселәр юҡ.

Азамат улым Баҡалдыла уҡыған сағында Ғәббәс Хөсәйен улы Дәүләтбаев етәкләгән туризм йүнәлешендәге түңәрәктең иң әүҙем ағзаһы һаналды. Хатта мәктәпте бөткәс тә команда составында төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып йөрөнө. Химия, физика фәндәрен ныҡ яратты. Аттестат алғас, Өфө яғыулыҡ-энергетик колледжының Баймаҡ филиалына газ менән тәьмин итеү бүлегенә уҡырға инде. Уны уңышлы тамамлап, үҙ һөнәре буйынса Ҡырмыҫҡалыла эшләп алды. Ябай эшсенең эш хаҡы түбән булыуын аңлап, юғары белем алырға ниәт итте.  Бөгөн ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының инженерия факультетында белем ала, “Мета” ойошмаһында эшләй. Киләсәктә үҙен юғары квалификацияы инженер итеп күргеһе килә. Азамат колледжда уҡыған сағында уҡ үҙен тәртипле, тырыш, сәмле студент итеп танытты. Ата-әсәләр йыйылышынан ғорурланып ҡайта инек. Һәр ваҡыт үҙ-үҙен ҡарап йөрөнө, хатта уҡыу араһында эшләп тә өлгөрә торғайны.

Ләйсән бәләкәйҙән бейеү сәнғәтен яратты. Район мәҙәниәт йортонда Рәсимә Мәхәмәтйәрова алып барған бейеү түңәрәгендә лә дәрестәр алды. Киләсәктә бейеүсе булам, тип хыялланған ҡыҙыбыҙ аҡ халатлылар рәтен һайланы ла ҡуйҙы. Бының үҙенә күрә сәбәптәре лә бар. Өлкән кластарҙа Ләйсәнгә ҡатмарлы операция үткәрергә тура килде. Аҡ халатлы фәрештәләр уны ҡабаттан аяҡҡа баҫтырҙы. Шул саҡта ҡыҙыбыҙҙа ошо һөнәр эйәләренә мөхәббәт уянды һәм ул шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштереү тураһында уйлана башланы. Мәктәпте тамамлағас, документтарын Стәрлетамаҡ медицина колледжының лаборотория бүлегенә тапшырҙы. Ҡыҙыбыҙ быйыл. Алла бирһә,  диплом аласаҡ.

Уҡыуы ныҡ ауыр, тиһә лә барлыҡ сессияларын тик яҡшы билдәләргә генә ябып килә. Уйын-көлкөгә ваҡыты бер ҙә юҡ. Баш күтәрмәй тырыша. Уҡыу тәжрибәһен дә яҡшы үтте. Былтыр коронавирус ваҡытында ҡала поликлиникаһында көнө-төнө эшләне. Шул мәлдә тәжрибә лә тупланы, эш хаҡы алып та ҡыуанды.

Ялға ҡайтҡан арала һеңлеһе менән миңә йорт эштәрендә булыша. Бейергә, йырларға  һаман ярата  инде. Кискеһен ҡыҙҙарымдың килештерп йырлағандарын рәхәтләнеп тыңлайым. Ләйсән дә артабан юғары уҡыу йортона инергә теләй.

Бөгөн йәштәр уҡып диплом алыуын алалар ҙа, тик лайыҡлы эш хаҡы булған эш урыны таба алмайҙар шул. Күп ерҙәрҙә эш стажы һорайҙар. Кисә генә сығарылған йәш белгестең ҡайҙан стажы булһын инде? Бына шул яғы үкенесле.

Эш башы— изге ниәт, тиҙәр бит. Балаларымдың, үҙебеҙҙең маҡсаттар яҡты, изге, шуға күрә киләсәктә күңелдәренә оҡшаған һөнәрҙәре буйынса эш башларҙар, тип ышанам, — тип һөйләп үтте студенттарҙың әсәһе Лариса ханым.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас