

Тылсымлы, мөғжизәгә бай байрамды кескәйҙәр бик ярата. Улар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыуға ҙур теләк менән әҙерләнде. Яңы йыл, шыршы, ҡыш тураһында шиғырҙар ятланы, йырҙар өйрәнде. Үҙ ҡулдары менән уйынсыҡтар яһап, урман ҡунағына элде, шулай уҡ һүрәттәр ҙә төшөрөп уйын бүлмәләрен биҙәне.
Ата-әсәләр ҙә буш торманы. Улар сабыйҙарына матур костюмдар хәстәрләне. Шулай итеп, ҡыҙҙар ҡар бөртөктәре, кескәй Ҡарһылыуҙар булып кейенһә, малайҙар төрлө әкиәт геройҙарын сағылдырҙы. Тәрбиәләнеүселәрҙең концерт номерҙары үҙенсәлекле, күңелле һәм ихлас башҡарылды. Бигерәк тә ҡыҙҙарҙың “Ҡар бөртөктәре”, ә малайҙарҙың “Гномдар” бейеүе матур булды. Балалар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән рәхәтләнеп уйнап күңел асты, әҙерләгән шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, бүләктәр алып ҡыуанды.
Айгөл Хәсәнова,
“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Автор фотоһы.