Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
20 Января 2022, 04:34

Петунияны сәсергә ваҡыт

Был матур сәскәне үҫтереү, тәрбиәләү түҙемлек һәм ҙур иғтибар талап итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Петунияны сәсергә ваҡытПетунияны сәсергә ваҡыт
Петунияны сәсергә ваҡыт

Сәскәләрҙе орлоҡтан үҫтереү еңел эш түгел, һәр ҡайһыһының үҙ сере бар.

Петуния орлоҡтары бик ваҡ. Уларҙы алдан әҙерләгән еңел, дымлы тупраҡ  өҫтөнә берәмләп һалып сығырға һәм саҡ ҡына пульверизаторҙан һыу һиптертергә кәрәк. Өҫтөн пленка йәиһә пластмасс контейнер ҡапҡасы менән ҡаплап, яҡты урынға ҡуйырға. Көн дә иртән өҫтөн асып елләтергә, ҡапҡаста йыйылған парҙы таҙартырға кәрәк.

Орлоҡтар шытып сыҡҡас та өҫтөн асып ҡуйырға ашыҡмағыҙ, үҫентеләр ике аҙна самаһы ҡапҡас аҫтында үҫергә тейеш. Әленән-әле елләтеп, һыу һибеп тороу зарур.

Петунияны ҡарға сәсергә лә мөмкин. Бының өсөн иң элек һауытҡа тултырылған тупраҡ өҫтөнә ҡарҙы тығыҙлап һалырға һәм орлоҡтарҙы берәмләп һибергә. Һауыт өҫтөн ҡапларрға һәм орлоҡтарҙың шытып сыҡҡанын көтөргә. Шулай уҡ ҡапҡасты асып елләтеп, йыйылған һыу бөртөктәрен һөртөп торорға кәңәш ителә. Һыуҙы тик һиптергес ярҙамында ғына һибергә.

Дилара Янбаева.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас