Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
20 Января 2022, 04:13

Милли аш оҫталары

Күп милләтле Башҡортостан халҡының милли традицияларға бай аштар әҙерләү оҫталығы байтаҡтан йәшәй.

Милли аш оҫталарыМилли аш оҫталары
Милли аш оҫталары

 Күп быуаттарға һуҙылған тарих дауамында үҙенсәлекле милли  аштар барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәренә генә хас сифаттарҙы әлегә тиклем һаҡлағандар. Аш-һыу  халыҡ тормошоноң ижтимағи, иҡтисади, тәбиғи шарттарына, уның этник тарихына бәйле.

Милли аштарҙы тергеҙеү, артабан өйрәнеү, үҫтереү йәһәтенән, Башҡортостан Республикаһында йыл аҙағында “Минең милли аш-һыуым” тип аталған флеш-моб ойошторолдо. Унда районыбыҙҙың  белем һәм тәрбиә биреү учреждениелары ашханаларынан Тирәкле һәм Максим Горький мәктәптәренең ашнаҡсылары уҡыусылар менән берлектә ҡатнашты. Киңәйтелгән сара ашнаҡсы һөнәренең бәҫен күтәреү, популярлаштырыу, уларҙың эш тәжрибәһен, уңыштарын пропагандалау, йәштәрҙең һөнәри үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсаттарында уҙғарылды. Һөнәргә ижади ҡарау, туҡланыу индустрияһының үҫеүе, милли аш-һыуҙарға ҡыҙыҡһыныу уятыу кеүек мәсьәләләр ҙә күҙ уңында тотолдо.

Тирәкле мәктәбе ашнаҡсыһы Эльвира Әбҡәдирова менән  Максим Горькийҙан Наргиз Үҫәрғолова урта һәм өлкән класс уҡыусылары ярҙамында оҫталыҡ дәрестәрен тәҡдим итте. Әйткәндәй,  ашнаҡсы ханымдар Архангел районын хеҙмәтләндереүсе “Туҡланыу үҙәге” йәмәғәтенең хеҙмәткәрҙәре.  Уларҙың өҫтәлдәрендә башҡорт һәм латыш халҡының төрлө ризыҡтары урын алды. Милли аш-һыу көнөнә арнап үткәрелгән сара йәш быуында халҡыбыҙҙың йолаларына, милли үҙенсәлектәренә ҡыҙыҡһыныу уятты.      

 Гөлсөм Ибраһимова,

 “Туҡланыу үҙәге”нең туҡланыу буйынса белгесе.

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас