Инйәр
+11 °С
Облачно
Новости
20 Января 2022, 04:55

Хеҙмәттә үткән ғүмер

Ветеринария һөнәре агросәнәғәт тармағында һәм тормошта алыштырғыһыҙ һәм айырыуса кәрәкле, сөнки малсылыҡ йүнәлешен һөҙөмтәле үҫтереү, кәрәкле санитария контролен булдырыу, илебеҙ халҡын сифатлы азыҡ-түлек менән тәьмин итеү туранан-туры уларға бәйле.

Хеҙмәттә үткән ғүмерХеҙмәттә үткән ғүмер
Хеҙмәттә үткән ғүмер

Бөйөк врач-физиолог Иван Павлов: “Табип кешене дауалай, ветеринар — бөтә кешелекте”, тигән. Был өлкәлә эшләгән белгестәр малдарҙы ғына ҡарамай, ул сирҙәрҙең кешеләргә таралыуын да иҫкәртә. Районда ветеринар хәүефһеҙлек  һағында ветеринар табиптар, ветфельдшерҙар һәм ветсанитарҙарҙың  отряды тора. Шундай һөнәр кешеләренең  береһе — 48 йыл ғүмерен ошо өлкәлә эшләүгә бағышлаған  Рәис Зинәтулла улы Камалетдинов.

Ул   Ғәйфулла ауылында  1953 йылдың  24 мартында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Уға  — 12, ә бәләкәй һеңлеһенә  өс кенә йәш сағында,  аталары Зинәтулла Ғиниәт улы фажиғәле рәүештә үлеп ҡала.  Үҫмер малай әсәһенең ярҙамсыһына әйләнә. Апай-ағалары, ҡустылары менән бесән дә,  утын да әҙерләй, ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт тәрбиәләргә  булыша. Һуңғараҡ  Абҙан урта мәктәбендә уҡыған ваҡытта колхозда ат ҡараусы, аҙаҡ клубтың  художество етәксеһе  булып тир түгә.  Ҡулына аттестат алғас, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына ситтән тороп уҡырға инә. Уны тамамлағас, тыуған колхозында   хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡ йылдар ошо уҡ хужалыҡта зоотехник, комплекслы бригадир вазифаһын алып бара.

 1978 йылда буласаҡ тормош иптәшен, Рәйсә Абдулхаҡ ҡыҙын осратып,  тормош ҡороп ебәрә.  Гөлшат, Розалия, Регина исемле ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итәләр.

   Рәис Зинәтулла улы өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмай,    Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының ветеринария бүлегендә белемен дауам итә. Уны уңышлы тамамлап, районыбыҙҙың ветеринар станцияһына эшкә йүнәлтелә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы һөнәренә тоғро ҡала. Ветеринар-фельдшер, ветеринар-санитар экспертизаһы лабораторияһы  мөдире,  дәүләт ветеринар контроле начальнигы,  начальник  урынбаҫары вазифаларын яуаплы башҡара.   Яҡташыбыҙҙың намыҫлы, тырыш хеҙмәтен бихисап Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары дәлилләй. 2021 йылдың 5 майында Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була. Шул уҡ йылдың көҙөндә Башҡортостан Республикаһы ветеринарҙары ассоциацияһы тарафынан “Ветеринария өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт өсөн” тигән күкрәк билдәһе менән бүләкләнә.

— Халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатынан сығып, хужалыҡтарҙың, фермерҙарҙың, шулай уҡ ауыл халҡының малына төрлө ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртеү үткәреү,  сирҙәргә тикшереүҙәргә уларҙан ҡан алыу менән мәшғүлбеҙ. Белеүегеҙсә, Рәсәй буйынса эпизоотик һәм ветеринар-санитар хәлдәрҙең бик яҡшынан булмауы, бигерәк тә Башҡортостанды уратып алған күрше өлкәләрҙә хәүефле ауырыуҙарҙың осрап тороуы, республикала төрлө сирҙәрҙең килеп сығыуы тотош ветеринария хеҙмәткәрҙәренә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.

Ветеринарҙар шулай уҡ малдарҙы идентификациялауға ла етди иғтибар бирә. Мал юғала ҡалһа, тамғалы булыуы арҡаһында ғына үҙ малыңды табып, ҡайтарып алыу мөмкинлеген халыҡ аңлай башланы, — ти ул.

Рәис Камалетдинов йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Күп йылдар Тәүәкәс ауылы советына депутат итеп һайланды. Ауылдаштары, туғандары, күршеләренә   һәр  саҡ ярҙам  ҡулы һуҙырға әҙер ул.

      Көслө рухлы, хәстәрлекле, ихлас күңелле райондашыбыҙ бөгөн Рәйсә Абдулхаҡ ҡыҙы менән балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына, өлгөлө тормоштарына ҡыуанып, ғүмеренең бәхетле миҙгелен кисерә.

Рәис ағайҙың хеҙмәт менән үткән йылдары маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ.

Гөлнара Ташбулатова,

Тәүәкәс ауылы китапханасыһы.

Фото — ғаилә архивынан.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас