Инйәр
+18 °С
Ясно
Новости
19 Января 2022, 11:38

Ҡышҡы йыйын

Уға ел-буран да, ҡар-ямғыр ҙа кәртә була алмай

Ҡышҡы йыйынҠышҡы йыйын
Ҡышҡы йыйын

Яңы йылдың оҙон ялдарының береһендә Убалар ауылында ҙур  сара үтте. Ауылыбыҙҙың «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары үткәргән был байрам «Яңы йыл ғаилә уйындары» тип аталды.

Тамашаға бик күп халыҡ йыйылды. Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашырға килгән ғаиләләрҙең күңелендә ярыш сәме, ярыш ҡомары! Тирә-яҡ балаларҙың шат тауышына күмелде, самауырҙар ҡайнай, ҡаҙанда былау бешә, өҫтәл һәр төрлө тәм-томдан һығыла! Байрамды ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы, мәсетебеҙҙең мәзине Миниәмир Минийәр улы Йәнешев асып ебәрҙе.

Бәйге бер нисә бүлектән торҙо. Башта ауылдаштарыбыҙ ғаилә ярышына теҙелде. Уны ойоштороусылар Рәшиҙә һәм Фәнир Абдуллиндар конкурстраҙы бер-бер артлы үткәреп,  сәм өҫтәне. Бында Әлфиә Яҡупова, Ғайса менән Азамат Абдуллиндар, Айнур Йәнешев, Салауат Киселев, Жәлил Мөхәмәтйәновтың   ғаиләләре һынау тотто. Эстафетала ҡатнашыусылар ҙа лайыҡлы көс һынашты.

Балалар өсөн дә айырым уйындар уҙғарылды. Улар ике командаға бүленеп, кемуҙарҙан ҙур теләк менән ҡатнашты. Шулай уҡ алдан һүрәттәр конкурсы ла иғлан ителгәйне.

«Гөлнәзирә»ләр башҡарыуындағы дәртле йыр-бейеүҙәр йыйынға йәм өҫтәне. Йыраҡтан килгән ҡунаҡтар ҙа йырлы сәләм еткерҙе. Шыжлап ултырған самауырҙың ҡайнар сәйе, Айнур Йәнешев бешергән былау, өҫтәлдәге төрлө ризыҡтар ҡунаҡтарыбыҙға буранлы, ҡышҡы көндә өшөргә форсат бирмәне.

Байрам аҙағына яҡынлашты... Уның төп нәтижәһе булған ғаилә ярышының һөҙөмтәләре лә иғлан ителде. Бына улар: 1-се урын — Яҡуповтар ғаиләһенә, 2-се — Мөхәмәтйәновтарға, 3-сөнө  Абдуллиндар (Ғайса)  менән Йәнешевтәр бүлеште.

Бәйгеселәрҙең барыһына ла Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ибәтуллин исеменән дипломдар һәм дә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ килгән һәр балаға ла бағыусыларыбыҙ әҙерләгән бүләктәр таратылды.

Сара барышында “Бәйләнештә” социаль селтәрендә үткәрелгән «Беҙ теләйбеҙ һеҙгә бәхет» исемле онлайн видеоҡотлауҙарҙа ҡатнашыусылар ҙа билдәләнде.

Ауыл советы депутаты Жәлил Хәйҙәр улы Мөхәмәтйәнов ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, барыһын да Яңы йыл менән ҡотлап, изге теләктәрен әйтте.

Асыҡ һауала үткәрелгән был байрамдан ауылдаштарыбыҙ рәхәтләнеп уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, йыл буйына етерлек ыңғай көс  туплап, бүләктәр алып таралышты.

Ошо ҙур сараны үткәреүгә үҙҙәренең өлөшөн индергән барлыҡ ауылдаштарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һәр ваҡыт шулай берҙәм, әүҙем булайыҡ! Афарин!

Миңнира Ибәтуллина.

Убалар ауылы.  

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас