

Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡоймаҡ ҡойорға бигерәк әүәҫ! Был көндө лә уңған хужабикәләр табынға ниндәй генә ҡоймаҡ тәҡдим итмәне! Береһе әсе, икенсеһе сөсө, йоҡа, ҡалын, манный, бауыр, ҡарабойҙай, тары ҡоймағы һәм башҡалар. Һәр кемдең үҙе генә белеп бешергән рецепттары, сере бар.
Сараға байтаҡ кеше йыйылды. Тәмле ҡоймаҡ еҫтәре әллә ҡайҙан уҡ танауҙы ҡытыҡлап, урамдағыларҙы эскә инеп, ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, сәй эсеп сығырға саҡырҙы. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙарҙан тыш, бында ир-егеттәр ҙә, бала-сағалар ҙа күп булды. Табаларҙа шажлап бешкән ҡоймаҡтар тау-тау булып өйөлөп, матур сәй табынында үҙ урынын алды. Тамаша уйын-көлкө, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Сираттағы байрам ғәҙттәгесә күңелле һәм файҙалы үтте.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына абҙандарҙан бер нисә ҡоймаҡ бешереү рецебын тәҡдим итәм.
Ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ
Ҡоймаҡ өсөн бер литр ыуыҙ һөтөнә ярты балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Бер аҙ һөт ҡушырға мөмкин.
Селтәрле ҡоймаҡ
Был ҡоймаҡ шундай тәмле, тишекле генә булып бешә. Бер йомортҡаны ярты балғалаҡ тоҙ, ике балғалаҡ шәкәр менән туғырға. Артабан ярты литр ҡатыҡ өҫтәп болғатырға. Аҙаҡ бер стакан ҡайнар һыуға ярты балғалаҡ сода һалып, кефир өҫтөнә ҡойорға. Шунан самалап он, көнбағыш майы һалып туғырға.
Әсе ҡоймаҡ
1 литр hөткә 0.5 литр йылымыс hыу, шуға 2 балғалаҡ сүпрә, 3 балғалаҡ шәкәр ҡушырға, ҡаймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ булырлыҡ итеп он өҫтәп, болғатып, әсетергә ҡуйырға. Масса әсеп, күпереп сыҡҡас, өҫтөнә болғата-болғата, 1 стакан ҡайнап торған hыу өҫтәргә. Шунан 3 йомортҡа, 50 мл самаһы үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ тулыр-тулмаҫ тоҙ ҡушырға. Тағы ла 10 – 15 минутҡа, күпереп сыҡҡансы, ситкә ҡуйып торорға.
Ҡоймаҡ ҡойоу өсөн ҡалын төплө табаларҙы ҡулланыу һәйбәт. Улар майланмай, бешкән ҡоймаҡтарҙы аҡ май менән майлап, ҡатлап hалып барырға. Ҡоймаҡтар ҡалын ғына, иләк кеүек тишекле, үтә күренмәле килеп сыға.
Тары ҡоймағы
1 стакан тары ярмаһына 3 стакан һыу ҡойоп, иҙелеп кенә торған бутҡа бешерергә. Ярты стакан һөткә шәкәр, сүпрә, он һалып, 30 минут әсетергә лә, бутҡаға ошо массаны, өс йомортҡаны, ярты стакан һөт, 2 стакан он,тоҙ ҡушып, тағы ҡабартып алырға. Ике сәғәттән ҡоймаҡты бешерергә лә була.
Фаягөл Кинйәғолова,
Абҙан мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Автор фотоһы.