Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
19 Января 2022, 10:57

Ғүмерҙәр ике килмәй шул…

Ғүмерҙәр ике килмәй шул,                          Донъя бит фани ғына.                          Уның асылдарын фәҡәт                          аңламай сабый ғына,

Ғүмерҙәр ике килмәй шул…Ғүмерҙәр ике килмәй шул…
Ғүмерҙәр ике килмәй шул…

— тип йырланыла билдәле бер йырҙа. Ысынында ла шулай. Сабый әле бер нимә лә аңламай, тик эргәһендәге таныш йөҙҙәрҙе, йәшәү сығанағы булған ҡояшты күреп шатлана. Ә инде артында ҙур тормош тәжрибәһе булған кеше  бөтөнләй башҡаса ҡарай, һәр  бер атҡан таңға шатлана... Әлхәмдүлиллах, бөгөн дә иҫән –имен таң аттырып, яңы көнгә аяҡ баҫтым, тип һөйөнә, Хоҙайға рәхмәт уҡый.

Ауылыбыҙҙа һоҡланырлыҡ тормош юлы үткән, йәштәргә өлгө булырлыҡ ғүмер кисергән оло инәйҙәребеҙ, ир уҙамандарыбыҙ бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды.  Ауыр тормош юлы үтһәләр ҙә, барыһынан ҡәнәғәт булып,  пенсияһын түләп торған хөкүмәткә рәхмәт уҡып, һәүетемсә генә йәшәп яталар.  Һүҙем шуларҙың береһе хаҡында. Ул беҙҙең күршебеҙ,  туғыҙ тиҫтәһен тултырған, ауылыбыҙҙың иң оло ағинәйе  — Шәкирә Йыһангир ҡыҙы Юламанова.

Шәкирә инәй 1931 йылдың 3 декабрендә күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Сабый сағы ҡатмарлы йылдарға тура килә: колхозлашыу осоро, ауыр тормош, бар нимәгә ҡытлыҡ. Ул ваҡытта тыуған балалар яҙмышы бер-береһенән әллә ни айырылмайҙыр. Илдә тормош рәтләнеп тә өлгөрмәй, оҙон-оҙаҡ  дүрт  йылға һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ҡулына ҡорал тота алған ир-ат  фронтҡа китеп бөтә. Яңы ғына барлыҡҡа килгән ”Ҡыҙыл партизан” колхозындағы бар хужалыҡ эштәре ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, әле быуыны нығытып та өлгөрмәгән балаларҙың ҡулына ҡала.

— Эйй, ул ваҡыттарҙы иҫкә алһаң, тәндәр сымырҙап китә, — тип иҫләй Шәкирә инәй. — Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылды. Үҫмер малайҙар тороп ҡалған аттар, үгеҙҙәр менән ер һөрәләр, ә беҙ ҡыҙҙар ҡул менән арыш, бойҙай, ҡарабойҙай сәсәбеҙ, уларҙы утайбыҙ. Баҫыуҙа иген өлгөргәс, ураҡ менән урабыҙ, шыбағас менән һуғабыҙ. Ҡышын фермала бәләкәй санаға тейәп, тиҙәк түгәбеҙ.

Бөгөнгө Мәктәп урамы ерҙәре элекке колхоз баҫыуы ул. Шунда сөгөлдөр сәсеп, үҫтерә инек. Көрәк менән ҡаҙып алабыҙ, бысаҡ менән таҙартабыҙ. 1971 йылға тиклем шулай булды. Мин сөгөлдөрсөләр звеноһының етәксеһе булдым. Күрмәгәнде күрҙек инде, шулай ҙа һынмағанбыҙ, сыҙағанбыҙ. Эш беҙҙе сыныҡтырған ғына күрәһең. Шундай ауырлыҡтар аша үтеп, бөгөнгө йәшемә етеүемә Хоҙайға рәхмәтлемен, — тип шатлана күршем.

 — 1971 йылдан медпунктҡа йыйыштырыусы булып эшкә урынлаштым. Ошонда эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым, — тип  йомғаҡланы һүҙен Шәкирә апай. Ошоға тиклем яңғыҙы гөрләтеп донья көттө. Ҡыҙҙары ҡайтып, ярҙам итешеп кенә китәләр ине. Үҙе бәрәңгеһен, йәшелсәһен сәсеп, утынын хәстәрләп, ғүмер итте. Әле лә теремек кенә. Мейесен яға, сәйен ҡайнатып эсә. Күрше тирәләренә кереп, хәл белеп сыға.  Ауылда йәшәгән, 70-те ҡыуып барған оло ҡыҙы көн дә килеп, һыуын килтереп, утынын керетеп, тәмле итеп ашарына бешереп,  хәл белешеп тора. Һуңғы ике йылда ғына ҡышҡы 2-3 айға Салауат ҡалаһында йәшәгән кесе ҡыҙына, йә Стәрлеләге оло ҡыҙының ҡыҙына,  ейәнсәренә  бара. Көндәр йылыныу менән, көҙөн киткән ҡоштар кеүек, йәшәгән йортона атлығып ҡайта.

Хәтере яҡшы: нимә тураһында һораһаң да, күңел төпкөлөндә ятҡан мәғлүмәттәре менән уртаҡлаша. Район энциклопедияһына ауыл тураһында мәғлүмәттәр йыйғанда, ул беҙҙең беренсе ярҙамсыбыҙ булды. Нимә тураһында, кем тураһында һораһаҡ та, теүәл генә яуап алдыҡ. Уҡыусылар ҙа йыш ҡына мөрәжәғәт итә. Шуңа күрә беҙ уны аяҡлы энциклопедия, тип атаныҡ. Күрше-тирәбеҙҙә берҙән-бер оло кеше. Йәйге йәмле көндәрҙә эскәмйәгә сығып, тирә-яҡҡа һоҡланып ултыра, хәтирәләргә бирелә. Уны тыңлап туйып булмай. Инәйем менән ғүмер буйы күрше булып йәшәнеләр.Әле беҙҙә, әле унда серләшә-серләшә сәй эсерҙәр ине. Эйе,ине...  Инәйемдең беҙҙе ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә бишенсе йыл китте. Шәкирә апай янына кереп, һөйләшеп ултырһаң, күңелгә рәхәт булып китә.

Беҙҙе үткәндәр менән бәйләүсе оло ағинәйебеҙ! Һиңә хоҙай һаулыҡ биреп, 100 йәшеңә лә етергә насип итһен. Урамыбыҙҙы йәмләп, йәшә лә йәшә әле!

Шәкирә Йыһангир ҡыҙы, ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн, 1966 йылдың 24 ғинуар указы менән “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 60, 65, 70,75 йыллыҡ юбилей миҙалдары менән дә бүләкләнгән. Күкрәген Хеҙмәт ветераны миҙалы ла биҙәй... Күптән түгел генә “Һуғыш йылы балалары” тигән танытма ла тапшырылды.

Зифа Абдуллина.

Ҡыҫынды ауылы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас