Инйәр
+19 °С
Ясно
Новости
19 Января 2022, 11:19

Кескәйҙәр эй һөйөндө!

Яңы йыл яҡынлашыуын бала-саға ашҡынып көтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кескәйҙәр эй һөйөндө!Кескәйҙәр эй һөйөндө!
Кескәйҙәр эй һөйөндө!

Шуға күрә Шыршы байрамдары уларҙың иң яратҡан тамашаларының береһе.  Ҡыш бабай һәм  Ҡарһылыу, төрлө әкиәт геройҙары  менән осрашыуҙар, бүләктәр, тәмлекәстәр  һәр сабыйға әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ бирә.

Благовещенка ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында ла кескәйҙәр Яңы йыл иртәлегенә алдан уҡ әҙерләнде. Шиғырҙар ятланды, йырҙар өйрәнелде, бейеүҙәр ҡабатланды. Тәрбиәселәр ай дауамында тәрбиәләнеүселәр менән берлектә һүрәттәр төшөрөп, ҡар бөртөктәрен яһап, залды, коридорҙы биҙәне. 

Бына ашҡынып көткән көн етте. Балалар баҡсаға төрлө маскарад костюмдарында килде. Һәр кем мөғжизә көттө һәм ул ысынбарлыҡҡа ашты. Малайҙар һәм ҡыҙҙар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй өйрөлдө, әҙерләгән шиғырҙарын, йыр-бейеүҙәрен тәҡдим итте. Яуап итеп матур бүләктәр, тәмле тәмлекәстәр алды.

Иртәлек кескәйҙәргә бик оҡшаны. Улар рәхәтләнеп уйнап-көлөп күңел асты, иҫтәлеккә фотоға ла төштө.

Светлана Мирсаяпова,

“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас