

Террористарҙың маҡсаты — кешеләрҙе үлтереп, имгәтеп, йәмәғәт эсендә ҡурҡыу тыуҙырыу, ғазап һәм ҡурҡыуҙы ҡулланып, төрлө вәхши сәйәси маҡсаттарға ирешеү.
Һуңғы йылдарҙа донъя күләмендә “Ислам терроры” тигән ялған бер төшөнсә барлыҡҡа килде. Эйе, был яңылыш хәбәр, сөнки Исламда террорға урын юҡ.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә бөтөн мосолмандарға донъяға тыныслыҡ, хозур һәм ҡәрҙәшлек килтереүҙәрен әмер иткән. Ислам дине ул хаҡ, дөрөҫ һәм тыныслыҡҡа, именлеккә саҡыра торған дин. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр уны башҡаса аңлай, йәнәһе, был һүҙҙәр дөрөҫ түгел: “Ислам ул тыныслыҡҡа өндәмәй, ул халыҡты мәжбүр итә, уларға мәшәҡәт тыуҙыра”. Күптәр ислам динен тотоусы мосолмандарҙан ҡурҡа. “Мосолмандар — экстремистар һәм террористар”, тип әйтеүселәр ҙә бар. Ни өсөн шулай әйтәләр тиһәгеҙ, һуғыш булған Сирияға, тыныслыҡ тапмаған Ирак, Афғанстанда булған ваҡиғаларға, шулай уҡ Рәсәйҙәге террористарҙың эшмәкәрлегенә ҡарап, маңлай күҙҙәре менән күргәндәренән сығып, Исламға ҡарата хаталы баһа бирәләр. Ә беҙ, мосолмандар, ауыҙҙарыбыҙға һыу уртлаған кеүек хаҡ һүҙҙе әйтә алмай ҡалабыҙ. Беҙгә бик тә ҡыйын, йәнебеҙ әрней.
Мөхтәрәм йәмәғәт, беҙ мосолмандар һүҙҙә генә “Ислам дине — тыныслыҡ дине”, тип һөйләп ҡалмайынса, уны тормошта ла иҫбат итергә тейешбеҙ. Мосолмандарға яҡшылыҡҡа өндәп, үҙҙәренә лә үрнәк булыу зарур. Ләкин барыһы ла беҙ теләгәнсә бармай шул. Үҙен мосолман тип йөрөтөүселәр араһында ҡараҡтар, кеше рәнйетеүселәр, ғәйбәт һатыусылар, ялған һөйләүселәр һәм үлтереүселәр юҡ түгел. Ҡайһы берәүҙәр метрола, автобустарҙа, вокзалдарҙа, хатта мәсеттәрҙә лә тәндәренә шартлатҡыстар бәйләп үҙҙәрен һәм тирә-йүндәгеләрҙе вафат итә. Бындай ҡот осҡос хәбәрҙәрҙе мосолман илдәренән йыш телевизорҙан ишетергә, күрергә тура килә. Һөҙөмтәлә әҙәмдәр ҡырыла. Был нимә? Ислам дине шулай эшләргә ҡушамы? Ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтереү өсөн йәннәт буламы? Юҡ, ундайҙар йәннәттең еҫен дә татымаясаҡ. Сөнки, бер ғәйепһеҙ кешене үлтереүсе (әгәр ҙә бер генә кешене үлтерһәң дә) бөтөн кешелекте үлтереүсегә тиң була, тип өйрәтә Ислам дине. Ислам дине хаҡһыҙға йән ҡыйырға түгел, хатта әҙәмде рәнйетеүҙән дә тыя. Шулай булғас, үҙенә һәм башҡаларға золом итеүсе мосолман була аламы? Юҡ, ундай кеше мосолман була алмай.
Миҫал өсөн, террорист электр станцияһына зыян ҡылды ти. Ул күпме кешеләргә зарар килтерә. Дауаханаларҙа, аҙыҡ-түлек предприятиеларында, ойошмаларҙа эш туҡтала, сирлеләргә ярҙам күрһәтеү ҡыйынлаша, операцияларҙы махсус ҡорамалдарһыҙ башҡарып булмай, өйҙәге көнкүреш техникалары сафтан сыға һәм башҡалар. Метро, трамвай, троллейбус, автобус һәм башҡа транспорт саралары ла йөрөмәй. Көнкүреш ҡалдыҡ һыуҙары, бәҙрәфтәр тығыла, крандарҙан һыу килмәй, аш-һыу әҙерләү мөмкинлектәре сикләнә. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәшәйеш туҡталып ҡала. Беҙгә Ислам дине шулай эшләргә ҡушамы? Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә шулай тиме? Юҡ, Ислам дине үҙеңә лә, башҡаларға ла зыян килтереүҙе хупламай.
Ислам тарихыны күҙ һалһаҡ беҙ Пәйғәмбәребеҙҙең ғәйепһеҙ кешеләрҙе һәр саҡ яҡлағанын күрәбеҙ. Дошмандарҙан һаҡланыу өсөн һуғыштарҙан тыш һис бер ваҡыт һуғыш башламай. Был яуҙарҙа иһә ғәйепһеҙҙәргә теймәҫкә, һис бер ерҙе харап итмәҫкә, сиркәү һәм синагогаларға ихтирам күрһәтергә, тип ғәскәр башлыҡтарына әмер бирә. Был ғәҙеллек һәм татыулыҡ бөтөн Ислам тарихы буйынса күҙәтелә. Ислам тыныслыҡ дине икәне асыҡ сағыла. Кешелеккә ҡарата яҡшы, ғәҙел булыу һәм ер йөҙөндә фетнәгә ҡаршы көрәшеү — мосолмандарҙың төп вазифаларының береһе.
Кеше рәнйетеү, ҡанын ҡойоу оло гөнаһ. Ҡөръәндә: “Бер кешене үлтереү — бөтөн кешелекте үлтереүгә, бер кешене ҡотҡарыу — бөтөн кешелекте ҡотҡарыуға тиң”, тиелгән. Аллаһының китабы беҙҙе татыулыҡҡа өндәй. Ә ни өсөн беҙ дине тарҡаулыҡта, милләт-ара дошманлыҡта? Кеше үлтереп, беҙ бит шайтанға ҡорбан салабыҙ, уға яҡын булабыҙ.
Беҙ хатта балалар тәрбиәләгәндә лә, әгәр малай икән, башта бисмилланы өйрәтеү урынына, уның ҡулына уйынсыҡ мылтыҡ тоттороп, атып күрһәтәбеҙ. Бала ололарға атып ебәрһә, шаяртып йығылып китәбеҙ. Эй шатланып көлгән булабыҙ! Был хәлдә көлөргө түгел, ә иларға кәрәк. Һуғыш бит сабый уйыны түгел. Телевизорҙан да һаман шул атыш-үлтереш күренеше дауам итә. Ә бит бала ир-егет ҡорона етеп, шул уйындарҙы дауам итергә теләйәсәк.
Ислам һүҙе үк “тыныслыҡ” тигәнде аңлата. Беҙ мосолмандар, ҡан ҡойоп, кешеләрҙең ерен, малын, мөлкәтен тартып алыу өсөн мосолман булманыҡ, ә кешеләрҙең йөрәктәрен яулап алыу өсөн Ислам байрағын күтәрҙек. Мосолмандың ҡулында шартлатҡыс түгел, уның йөрәгендә иман, сәләм, бөтөн донъяға ҡарата мөхәббәт. Шул мөхәббәте менән ул бар донъяға Аллаһ һүҙен сәсеп, тирә-яҡты гөл баҡса итергә теләүсе заттарҙан булырға тейеш. Беҙ, мосолмандар Беренсе, Икенсе донъя һуғышын башламаныҡ, Японияға атом бомбаһы ташламаныҡ, водород, химик, нейтрон бомбалары уйлап тапманыҡ. Ерҙәге, диңгеҙҙәге, йыһандағы ҡоралдарыбыҙ менән маҡтанмайбыҙ. Беҙҙең ҡоралыбыҙ — доға һәм Аллаһы Тәғәлә һүҙе, пәйғәмбәребеҙ сөннәте. Маҡсатыбыҙ — тыныслыҡ, ҡәрҙәшлек, Аллаһ ризалығы.
Ислам дине тыныслыҡҡа һәм бер-беребеҙгә ярҙам итергә, изгелек ҡылырға өндәй. Тыныс илдә йәшәүе рәхәт, күңелле. Мөхтәрәм йәмәғәт, бер-беребеҙҙе дуҫлыҡҡа саҡырайыҡ, имен йәшәү өсөн яҡшылыҡ, хәйерле, файҙалы вәғәздәр теләйек. Аллаһы Тәғәлә беҙгә Үҙе тыныслыҡҡа өндәргә ҡушты. Тыныслыҡ өсөн тырышҡанлығыбыҙҙы һүҙҙә түгел, ғәмәлдә күрһәтәйек. Терроризмдың әфәт-бәләләрен балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә һөйләп аңлатыу, Исламдың именлеккә саҡырыуын һәм тыныслыҡ дине икәнлеген төшөндөрөү мөҡәддәс бурыстарыбыҙ.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.