Инйәр
+9 °С
Облачно
Новости
19 Января 2022, 11:04

Еңеүгә өмөт итәбеҙ

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ауыл биләмәләре теләп ҡушыла.

Еңеүгә өмөт итәбеҙЕңеүгә өмөт итәбеҙ
Еңеүгә өмөт итәбеҙ

Программаға ярашлы халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп республика Хөкүмәтенән ярҙам ала. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы 2014 йылдан тормошҡа ашырыла.

2021 йылда  Тәүәкәс ауылы биләмәһе халҡы ла был проектҡа  әүҙем ҡушылды. Халыҡ өс мәсьәләне алға сығарҙы: тракторға өҫтәмә тағылма ҡоролма һатып алыу, урамдарҙы яҡтыртыу һәм Ғәйфулла ауылы зыяратын кәртәләү. Һорау-яуап алғандан һуң, зыяратты кәртәләү тәҡдиме күберәк тауыш йыйҙы.

Үткән аҙна Ғәйфуллала  йомғаҡлау йыйылышы ойошторолдо. Унда ауыл хакимиәте башлығы Фуат Аҫылғужин, ауыл халҡы ҡатнашты. Сығыш яһаусыларҙы тыңлағандан һуң, бер һүҙҙән Ғәйфулла ауылы зыяратын кәртәләү мәсьәләһе менән проектта ҡатнашырға, тигән ҡарар сығарылды. Шунда уҡ инициатив төркөм төҙөлдө. Улар проект еңгән осраҡта халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барасаҡ,  тейешле күләмдә аҡса йыясаҡ.

Венера Усманова,

Тәүәкәс ауыл биләмәһе хакимиәтенең идарасыһы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас