Инйәр
+18 °С
Облачно
Новости
12 Января 2022, 10:30

“Яңы йыл сәйәхәте”

Яңы йыл байрамы уңайынан ҡаралған оҙайлы ялдарҙың балаларҙың ҡышҡы каникулдары менән бергә тура килеүе ололарға һәм кескәйҙәргә  ваҡыттарын бергәләшеп файҙалы, күңелле үткәрергә булышлыҡ итте.

“Яңы йыл сәйәхәте”“Яңы йыл сәйәхәте”
“Яңы йыл сәйәхәте”

Шул сәбәпле, мәҙәниәт йорттарында, ауыл клубтарында, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа төрлө саралар ойошторолдо. Декабрҙең һуңғы көндәрендә үк шыршы байрамдары, иртәлектәр, саф һауала уйындар уҙғарылды.

Район мәҙәниәт йорто артистарының ололар өсөн “Ике ҡуян артынан” тип аталған мюзиклы тамашасыларҙың күңелдәренә айырыуса хуш килде. Һәүәҫкәрҙәрҙең образдарға инеп, ролдәрҙе оҫта башҡарыуҙары  һәләттәрен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

“Кәйефеңде күтәр” карнавал көнөндә Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, башҡалар урам буйлап йөрөп, халыҡты киләһе байрамдар менән тәбрикләне, тәмле күстәнәстәр ҙә таратты.

Яңы йыл тамашаһы — ул дәртле йырҙар һәм бейеүҙәр, юмор һәм яҡтылыҡ, күтәренке кәйеф! Урындағы йыр-моң оҫталары Яңы йыл көнөндә районыбыҙҙың төп сәхнәһендә “Зәңгәр ут” тип исемләнгән байрам кисәһе ҡуйҙы.

Башҡалар ял иткәндә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре  көн һайын тиерлек балалар һәм ололар өсөн театрлаштырылған саралар, конкурстар тәҡдим итте. “Ҡыш бабай тылсымы”, “Яңы йыл сәйәхәте”, “Самауырҙар бәйгеһе” ҡышҡы һабантуйы, “Ғаилә ялы” һәм башҡаларҙа халыҡ күпләп ҡатнашты.  Байрамдар гөрләп үтте.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас