Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
12 Января 2022, 09:32

Төнгө ел

Вәсилә кискә табан бауға элеп ҡуйған керҙәрен ҡараны ла, кипкәндәрен алып, өйгә инеп китте. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Төнгө елТөнгө ел
Төнгө ел

Төнөн көслө ел иҫкәнен күреп, ҡалғандарын ҡарарға тип тышҡа сыҡты. Елдә елпелдәгән әйберҙәр араһында бик матур, зәңгәр сәскәле юрған тышы күренмәй ине. Хужабикә борсолоп ҡына: “Ярар, иртәгә ҡарармын әле”, тине.

Иртән Сафура урамға сыҡһа, үҙенең кәртә башында эленеп торған бер зәңгәр нимәне күреп, аптырап ҡалды. Барып алды ла, тағатып ҡараны. “Был бит таныш юрған тышы. Туҡта, туҡта, кемдә күргән бар ине әле уны? Ә-ә-ә, Вәсиләнең  юрған тышы! Төнгө ел уны алып килгән миңә. Бынау коронавирус арҡаһында күптән уға барғаным юҡ. Күрәһең мине саҡырып килгән”, — тине лә төрөп алып, өйөнә керҙе. Уны үтекләп, матур итеп һалып ҡуйҙы.

Төш мәлендә Сафура ауыҙын, танауын битлек менән ҡаплап, Вәсиләләргә китте. Матур итеп бөкләнгән юрған тышын да тотоп алды.

Күршеһе уны аптырабыраҡ ҡаршыланы.

— Ни эшләп бындай ваҡытта ҡурҡмайынса урам буйында йөрөйһөң? — тине.

— Ниңә ҡурҡайым, ти. Мин бит прививка яһаттым, — тип яуапланы ҡатын. Сафураның ҡулындағы төргәкте үҙенең юрған тышына оҡшатып, тағы ла аптырап ҡуйҙы.

— Мә, ошо әйбер һинеке түгелме? Мине төнөн ҡунаҡҡа саҡырырға килгән дә, кәртәмә эленеп ҡалған. Һағынғанымды белгән ахырыһы.Ә һин үҙең һағынманыңмы әллә? — тип теҙеп китте Сафура.

— Бынау вирусы һағалап тик тора бит! Шуға өйҙән бик сыҡҡаным юҡ. Күршеләремде лә, туғандарымды ла һағынып бөттөм, — тине зарланып Вәсилә.

— Ә һин прививка яһат, — тип ныҡышты Сафура.

 — Ярар,  ҡарармын, әйҙә өйгә ин, — тип Вәсилә күршеһен саҡырҙы.

Өйгә ингәс, икеһе өҫтәлдең ике башына ултырып (арауыҡ һаҡлап), яңылыҡтар һөйләп, таныш-белештәре, туғандар тураһында һорашып, күңелдәрен баҫҡансы һөйләшеп сәй эсте.

Роза Ғәббәсова.

Тәүәкәс ауылы.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас