

Аграрсылар өсөн көҙҙән сәселгән шытымдарҙан өлгөләр алыу кеүек диагностика алымы бик мөһим, сөнки биш айға яҡын культуралар ҡар аҫтында ҡала һәм уларҙың ҡышты нисек үткәреүен һәм һалҡын тейеү-теймәүен фаразларға ғына ҡала. Ә анализ алғандан һәм эксперттарҙың ентекле тикшереүенән һуң агротехник саралар ярҙамында уларҙың торошон яҡшыртырға һәм көҙөн мул уңыш алырға мөмкин. Ужым культураларының мониторингы буйынса шытымдарҙы яҙғы тәрбиәләүгә план ҡорола: ашлау, фунгицид һәм гербицид менән эшкәртеү һәм башҡалар.
“Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының Ҡырмыҫҡала бүлеге белгестәре Архангел мәғлүмәт-консультация үҙәге агрономы менән берлектә 2021 йылдың декабренең икенсе декадаһында ужым культураларын өйрәнде.
Тикшереү мәлендә 1340 гектар майҙандағы сәсеүлек яҡшы хәлдә, тип билдәләнде. Шул иҫәптән, 1060 гектар арыш һәм 280 гектар ужым бойҙайы. Яландарҙы барлыҡ талаптарҙы етди күҙәтеп, үҙ ваҡытында һәм сифатлы парҙарға һөрөү яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Бөгөн сәсеүлектәр 30 сантимерт ҡалынлыҡта ҡар менән ҡапланған. Бындай хәлдә үрсемдәр 30 градус һалҡындарҙа ла туңмаясаҡ. Ҡарҙың күпләп яуыуы бик ҡулайлы.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.