

Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы 1991 йылда Рәсәй матбуғаты көнө булдырыла. Был байрам үҙҙәренең хеҙмәте менән илдең берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин иткән күп һөнәр эйәләрен — журналистарҙы, полиграфистарҙы, нәшриәтселәрҙе, баҫма продукцияны таратыусыларҙы берләштерә.
Районыбыҙҙа бөгөн башҡорт һәм рус телдәрендә ике ижтимағи-сәйәси гәзит — “Инйәр” һәм “Архангельский вестник” нәшер ителә. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙенең бай тарихы бар. “Инйәр”гә килгәндә, ул 2000 йылдың май айынан башҡорт телендәге айырым гәзит булып баҫмаға сыға.
Район гәзиттәренең тамырҙары алыҫтағы 1933 йылға барып тоташа. Тап шул йылдың июлендә рус телендә “Вперёд” (“Алға”) исемле баҫма барлыҡҡа килә. 1948 йылда башлап башҡорт телендә “Осҡон” гәзите сыға. 1958 йылда рус телендә “Знамя Октября” һәм башҡортса “Октябрь байрағы” донъя күрә. 1966 йылдың апрелендә улар “Знамя Ильича” һәм “Ильич байрағы”на, ә 1992 йыл — “Архангельский вестник” һәм “Архангел хәбәрҙәре”нә үҙгәртелә.
Йылдар дауамында башҡорт телендәге гәзит рус гәзитенең дубляжы булараҡ йәшәй һәм, ниһайәт, 2000 йылда “Инйәр” үҙаллылыҡ ала. Был изге эштә милли рухлы яҡташтарыбыҙ: Венера Мостафина, Зилә Фәйзуллина, Фазлый Ғәлиәхмәтов, Мөхәммәт Рәшитов, Ҡәҙир Зөлҡәрнәев, Фәрүәз Камалетдинов һәм башҡалар күп көс һала. Улар халыҡ араһында үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә баҫылған, халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлаған гәзитте булдырыу хаҡында аңлатыу эштәре алып бара, ҡултамғалар йыя, йыйындар ойоштора. Әүҙемдәрҙең тәҡдимен ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Вәсил Кинйәғолов хуплай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Башҡорт телендәге матбуғат биттәре” тураһындағы резолюцияға нигеҙләнеп, район советы сессияһында “Инйәр” гәзитен нәшер итеү тураһында ҡарар сығарыла. Шул замандан алып башҡорт гәзите ҡыйынлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға бирешмәй йәшәп килә.
Ниндәй генә ваҡиғаларҙы кисермәй ҙә, кемдәр менән генә хеҙмәттәшлек итмәй тыуған баҫмабыҙ. 1948 йылда Эмма Бикбаева, 1958 йылда Кидрасов, 1980 йылдарҙа Ғәли Хәкимов, “Ильич байрағы” һәм “Архангел хәбәрҙәре”ндә дубляж өсөн Фәнизә Рамазанова яуаплы була. Етәкселәр алмашынып тороуға ҡарамаҫтан, йәш кенә матбуғат бите халыҡ ышанысын яулап өлгөрә.
“Инйәр”ҙең тәүге мөхәррире — Айрат Сирбаев (“Тамаша” журналында эшләгән мәлендә Архагелгә йүнәлтмә буйынса ебәрелә). Ул 2000 — 2001 йылдарҙа эшләй. Артабан Жәлил Мөхәмәтйәнов баш мөхәррир вазифаһын ваҡытлыса башҡарып тора. 2002 йылда гәзитте Сәхибә Ишбулдина, 2003 — 2009 йылдарҙа Нәсиә Йосопова, һуңынан Мансур Ғирфанов алып бара. 2009 йылдан бөгөнгәсә Гөлшат Закирова етәкләй.
Тәүге йылдарҙа уҡ Фәнизә Рамазанова, Земфира Айсыуаҡова, Гөлирә Фәйрүзова, Гөлшат Закирова, Гөлназ Фәтҡуллина, Эльвира Сәфәрова, Фазлый Ғәлиәхмәтов, Азамат Әлмөхәмәтов ең һыҙғанып эшләй башлай. Улар мәҡәләләрендә районыбыҙҙың тормошон, тырыш, һәләтле кешеләренең яҙмышын, уңыштарын, тел, халыҡ һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтырта. Гәзит башта аҙнаһына өс тапҡыр сыға. Һатыуҙағы хаҡы ла бик үк ҡиммәт булмай. Кешеләр ҙур теләк менән гәзиткә яҙыла, тиражы ла бөгөнгө менән сағыштырғанда байтаҡҡа юғары һанала. Һуңғараҡ гәзит биттәрендә Рәғиҙә Ғиззәтуллина, Миләүшә Бәширова, Альбина Сөләймәнова, Ришат Гәрәев та үҙҙәренең тос мәҡәләләре менән балҡыны.
Замана еле, сәйәси, иҡтисади көсөргәнешлек ”Инйәр”гә лә ҡағылмай үтмәне. Бер кемгә лә сер түгел, йыл һайын иҫ киткес яңылыҡтар бер шатландыра, бер көйәләндереп тә ҡуя. Үкенескә күрә, һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында белем алыу, уҡыуға ынтылыу кәмей. Йылдан-йыл тираж кәмей, уҡыусылар интернетҡа йүнәлә.
Гәзиткә яҙылыу хаҡының ҡырҡа күтәрелеүе, рекламалар табыу, хеҙмәткәрҙәр һаны ҡыҫҡартылыуы, сығымдарҙы кәметеү маҡсатынан башҡа сикләүҙәр, йәштәрҙең гәзит уҡымауы, әлбиттә, район баҫмалары өсөн ыңғай күренеш түгел, бигерәк тә “Инйәр” өсөн. Уға әле 21 генә йәш, был ваҡытта ныҡлы таяныс кәрәк. Ышаныслы терәгең, кәңәшсең, дөрөҫ юл күрһәтеүсең булмаһа тормошта хәтәр ауыр шул. Шуға күрә лә гәзиттең һәр көнө алышҡа тиң. Гәзит хеҙмәткәрҙәре һәр уҡыусыһы өсөн көрәшә, ауыл һайын йөрөп, халыҡ менән аралашып, телебеҙ, милләтебеҙ һағында тора. Әле “Инйәр” редакцияһында баш мөхәррир Гөлшат Закирова, яуаплы сәркәтип Гөлназ Фәтҡуллина, хәбәрселәр Дилара Бәҙретдинова, Альберт Рәхимов, корректор Айһылыу Мәхәмәтйәнова һәм версткалаусы Әлиә Әхтәмова намыҫлы тир түгә.
“Инйәр” — фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе сисеү майҙаны. Рух тәрбиәһен компьютер-интернет бирә алмай. Милли матбуғат, башҡорт гәзите — нәҡ илһөйәрҙәр тәрбиәләй торған мәктәп.
Гәзитебеҙ райондың хәҙерге заман йылъяҙмаһын яҙыуға ҙур өлөш индерә. Уҙған йылдар тарихын район гәзиттәренең һаҡланған тупланмаларынан табырға мөмкин. Бөгөн донъяны яулап алған интернет мәғлүмәттәре бер көнлөк кенә, ә сыҡҡан гәзиттәр йылдар буйы һаҡлана.
Ауырлыҡтар ваҡытлыса, улар бер мәл үтер. Заманында халыҡ һорауы буйынса барлыҡҡа килгән “Инйәр” гәзите йәшәр һәм эшләр. Бары тик уға яҙылһындар, уҡыһындар, онотмаһындар.
Дилара Бәҙретдинова.
Ирина Куркова фотоһы.