Инйәр
+9 °С
Ясно
Новости
12 Января 2022, 10:42

Быйылғы лауреаттар кем?

Гәзит сығарыу бер кешенең генә хеҙмәте түгел. Уны күмәкләп, уҡыусыларыбыҙ менән бергәләп әҙерләйбеҙ.

Быйылғы лауреаттар кем?Быйылғы лауреаттар кем?
Быйылғы лауреаттар кем?

Ошо уңайҙан  йыл дауамында әүҙем яҙышып торған авторҙарыбыҙға   оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

 “Инйәр”ҙе алдырып уҡығандарға түбәнге исем, фамилиялар, әлбиттә, таныш. Улар туған тел, милләт, мәғариф, мәҙәниәт, социаль өлкә,  сәләмәт тормош рәүеше, хәүефһеҙлек, һаулыҡ һәм башҡа көнүҙәк темаларҙы яҡтыртып, сәсмә һәм шиғри әҫәрҙәрен тәҡдим итте.

Һәүәҫкәр  шағир, шағирәләребеҙ: Регина Искәндәрова, Гөлирә Фәйрүзова, Роза Ғәббәсова, Нәсимә Юлмөхәмәтова, Миңниса Мөхәмәтова, Әлмира Юламанова, Раушан Хәзиәхмәтов һәм Ғөбәй Усманов шиғри шәлкемдәре менән гәзит уҡыусыларҙы ҡыуандырҙы.

Райондаштарыбыҙҙың ҡыҙыҡлы яҙмышы, хеҙмәт кешеһе, арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында Нәсиә Йосопова, Фәнилә Ғөбәйҙуллина, Гөлирә Фәйрүзова, Зифа Абдуллина мауыҡтырғыс һәм фәһемле мәҡәләләр яҙҙы. Белем һәм тәрбиә биреү йүнәлешендә Роза Ғәббәсова, Әлмира Юламанова, Лена Садиҡова, Эльвира Ҡужәхмәтова, Айгөл Хәсәнова, Зилә Фәйзуллина, Әнисә Ниғәмова, Илгиз Рәхмәтуллин  балҡыны.

Йәштәр, үҫмерҙәр һәм балалар араһында спорт, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, һәләттәрҙе үҫтереү, ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеген  Фәрзәнә Хәсәнова, Алевтина Тиунова яҡтыртты. Мәҙәниәт өлкәһе буйынса Сәриә Мағазова, Рәсимә Мөхәмәтйәнова, Эльзида Мусина, Фаягөл Кинйәғолова, Роза Ғәлиәхмәтова, Гөлфинә Блинова, Гөлнара Мырҙагилдина, Гөлнара Ташбулатова, Хәмдиә Хәсәнова, Зәкиә Хисамова яҙышты. 

Ауыл биләмәләре яңылыҡтары, тормошо, урындағы башланғыстарҙы хуплау, көнүҙәк мәсьәләләрҙең хәл ителешен  ауыл хакимиәте башлыҡтары, хеҙмәткәрҙәре аша белеп торҙоҡ. Коронавирус инфекцияһы мәлендә халыҡтың һаулығын һаҡлау, сәләмәтлеккә ҡағылышлы башҡа һорауҙарҙы Гөлгөнә Хисмәтуллина, Әлфира Ноғаманова, Нәзирә Борханова үҙ мәҡәләләрендә күтәрҙе. Шулай уҡ  63-сө янғын һүндереү часы начальнигы Нәфис Вәлиев, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгесе Александр Антипин, район консультация-мәғлүмәт үҙәге, иҡдисат бүлеге,  “Ғаилә” район-ара үҙәге  белгестәре гәзиткә даими рәүештә мәғлүмәт биреп торҙо.

Ниһайәт, “Инйәр” гәзите редакцияһы уҙған йылда көнүҙәк темаларға яҙған мәҡәләләре гәзит уҡыусылар араһында ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм юғары баһа алған лауреаттарҙы билдәләне. Баҫылған мәҡәләләрҙән, шиғри шәлкемдәрҙән  сығып, “Инйәр” гәзитенең 2021 йылғы лауреаттары тип табылдылар: 1) төрлө темаларға арналған шиғри шәлкемдәре өсөн — Раушан Хәзиәхмәтов;   2) туған телде, милләтте һаҡлау темаларына яҙылған фәһемле яҙмалары өсөн — Гөлирә Фәйрүзова; 3) әүҙем һәм ҡыҙыҡлы һүрәтләмәләре өсөн — Фаягөл Кинйәғолова.

Лауреаттарыбыҙға һәм штаттан тыш хәбәрселәребеҙгә даими һәм уңышлы хеҙмәттәшлектәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. “Инйәр” лауреаттарын ижади уңыштары менән бөтә күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ! Яңы 2022 йыл да һеҙҙең өсөн бәрәкәтле килһен. Районыбыҙ  сәскә атһын, барыбыҙға ла тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшергә һәм бергәләшеп ҡыуанырға яҙһын!  Артабан да бергә ҡалайыҡ!

Мөхәрририәт.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас