

Төш ваҡытына билдәләнгән урынға байтаҡ халыҡ, шул иҫәптән урындағы “Ҡайнауыҡ” фольклор төркөмө ағзалары ла йыйылды. Һәр кем үҙе менән сана, тюбингтарын тотоп, саңғыларын кейеп килде. Бала-сағанан тыш, ололар ҙа күп булды.
Ҡышҡы күңел асыуҙы Ҡыш бабайһыҙ күҙ алдына килтереп булмай бит! Был ролде ауылдашыбыҙ Раян Сәйғафаров оҫта башҡарҙы. Ул барыһын да Яңы йыл менән тәбрикләне. Уйындарҙы уҙғарыуҙа ярҙамлашты, кескәйҙәргә тәмлекәстәр таратты.
Тауҙан теҙелешеп алыҫлыҡҡа шыуыу, саңғыла уҙышыу кеүек конкурстар сәмле үтте. Балалар ҡар бәрешеп тә, көрткә сумып та уйнаны. Тирә-яҡ уларҙың шат ауаздары менән тулды. Көн дә аяҙ торҙо. Ҡышҡы ҡояш нурҙары күҙҙәрҙе сағылдырып беҙҙең менән шаярҙы.
Кис төшкәнсе саф һауала рәхәтләнеп уйнап, аралашып, ял итеп таралыштыҡ.
Вәсилә Кмалетдинова.
Көмәрле ауылы.
Автор фотоһы.