Инйәр
+17 °С
Облачно
Новости
12 Января 2022, 09:40

“Башҡортостан таланттары” лауреаты

Республикала “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр конкурсын уҙғарыу яҡшы йолаға әүерелде.

“Башҡортостан таланттары” лауреаты“Башҡортостан таланттары” лауреаты
“Башҡортостан таланттары” лауреаты

Хәҙер инде ул ил кимәлендә ойошторола. Шулай итеп, 18 — 19 декабрҙә  Өфөлә һәләтле балаларҙы асыуға йүнәлтелгән сираттағы  Х Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр конкурсы уҙҙы.

Районыбыҙҙың йәш таланттары барлыҡ сараларҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Был юлы ла 1-се Архангел мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Хәсәнов Иҙел тәжрибәле педагог Алеся Хәсәнова етәкселегендә  “Хореография” номинацияһында “Һунарсы” тип аталған бейеү менән сығыш яһап, III  дәрәжә Лауреты исеменә лайыҡ булды.

Иҙел электән үк үҙен төрлө ижади бәйгеләрҙә һынай. Ул башҡарған бейеүҙәр төрлө сараларҙы биҙәй. Бейеүсе үҫмергә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Дилара Янбаева.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас