Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
12 Января 2022, 10:24

Балаларым менән бәхетлемен

 Тәүәкәс ауылында йәшәүсе Филүзә  Сәғит ҡыҙы Арылбаева (Садиҡова) ошо арала һалҡын ҡыш көнөнә йылылыҡ бөркөп, үҙенең 80 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балаларым менән бәхетлеменБалаларым менән бәхетлемен
Балаларым менән бәхетлемен

Филүзә әбейҙең бала сағы ҡаты һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килә. Ул 7 балалы ишле ғаиләлә иң өлкәне.

Әсәһе Нәфиғә Ғөбәйтулла ҡыҙы (Тирәкле ауылынан) 1941 йылда ирен Сәғит Зариф улын Бөйөк Ватан һуғышына оҙатҡанда Филүзәһе йөрәк аҫтында  ҡала.  Сәғит Зариф улы һуғыштың иң аяныслы, дәшһәтле еренә, Ленинградты ҡамауҙан азат итеүгә эләгә. Бер нисә ҡаты яралар алыуына ҡарамаҫтан, фронтта үҙ юлын дауам итә.

— Ауылдан һуғышҡа киткән байтаҡ ирҙәр яу яланында һәләк булып, “похоронка”лары килеп торғас, инәйем “Балам етем генә ҡалмаһын инде”,— тип көнө-төнө атайымдың именлеген теләй. Инәйемдең бар ғүмере эш менән үтте, бер ҙә бушаманы.  Һуғыш тамамланып, атайыбыҙ әйләнеп ҡайтҡансы, (1946 йылға тиклем)  бер үҙе тырышып донъя көттө.  Дүрт йәш тигәндә генә атай наҙын, тәрбиәһен белдем. Тыныс тормошта минән һуң, тағы ла 6 бала донъяға килде.

Сәләмәтлеге ҡаҡшаған атайыбыҙ, уҡымышлы булғанға күрә, ауыл советында идарасы вазифаһын үтәне, инәйебеҙ колхоз эшенә йөрөнө, балалар тәрбиәләне.

Тәүәкәстә 4-се  класты тамамлағас, 9-ға тиклем Абҙанда белем алдым. Артабан Силәбегә  киттем, унда өс йыл эшләнем.

1962 йылда Заһир Ғәлиәкбәр улы менән тормош ҡорҙоҡ. Венера, Дамир, Раушания, Резеда исемле балаларыбыҙҙы матур итеп үҫтереп, һәр береһенә лә юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарҙыҡ.

Бер ваҡытта ла эштән ҡурҡманыҡ. Хәрәкәттә — бәрәкәт, тиҙәр бит. Икебеҙ ҙә колхозда тир түктек. Ирем механизатор булһа, мин сөгөлдөр ҙә утаным, фермала һыйыр ҙа һауҙым. Дөйөм хеҙмәт стажым — 32 йыл.

Балаларым менән бәхетлемен. Дамир улым  32 йыл, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Себер тарафтарында йөрөнө, бөгөн ғаиләһе менән Архангел ауылында йәшәй. Ҡыҙы Эльвира ата-әсәһенең ғорурлығы. Өфөлә Авиация институтында уҡыта, аспирантура бөттө. Ҡыҙҙырымдың өсөһө лә Когалым ҡалаһында ғүмер итә. Венерам — баш хисапсы. Ике ҡыҙына төплө белем алырға ярҙам итте. Ейәнсәрҙәрем әле үҙҙәре аяҡҡа ныҡлы баҫҡан, абруйлы кешеләр. Раушания ҡыҙым да ғүмер буйы тырыш хеҙмәткәрҙәр исемлегендә булды. Оператор һөнәрен үҙләштереп, нисә йылдар дауамында үҙ вазифаһына тоғро. Улдары ла юғары белемле, үҙ эштәренең оҫталары. Кинйә ҡыҙым Резеда башта  уҡытыусылыҡҡа, аҙаҡ инженер һөнәренә уҡып, Когалымдың ҙур предприятиеһында тир түгә. Яңыраҡ ҡына улы әрменән ҡайтты. Аллаға шөкөр, барыһы ла матур итеп донъя көтә. Улар мине ҡыуандырып торған һайын, ғүмерем оҙоная. Өс ейәнем, өс ейәнсәрем, ике бүләм һәм бер бүләсәремә ҡарап, иртәгәһе көнөмә шатланып ҡарайым, — тип һөйләп өлгөрҙө тәмле ҡоймаҡтарын ҡойған арала уңған, киң күңелле ағинәй.  

Филүзә  Сәғит ҡыҙы бәхетле  генә түгел, ә хәстәрлекле, тынғыһыҙ өләсәй ҙә. Оло йәштә булһа ла, уның  өйөндә һәр саҡ тәртип һәм йылылыҡ бөркөлөп тора.  Ҡул эштәре, бүлмә гөлдәрен үҫтереү менән мауыға. Бәйләгән япмалары, төҫлө ептәрҙән, сәйләндәрҙән яһалған күҙҙең яуын алған сәскәләре, селтәрҙәре йортона йәм  бүләк итә. Аш-һыу оҫтаһы ла ул. Бигерәк тә ҡойған ҡоймаҡтары тәмле килеп сыға. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡайтыуына төрлө бәлештәр, билмән-мантылар һәм башҡа тәм-томдарҙы бешереп, көтөп ала.

Бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, колхоз эшенә бағышлаған инәйҙең намыҫлы хеҙмәте төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Хеҙмәт ветераны ла ул. Гәзит-журналдар уҡырға ла  ярата, донъя, республика хәбәрҙәре, яңылыҡтары менән дә ҡыҙыҡһына, иман юлын үҙ итеп, Ҡөрьән сүрәләрен ятлай.

Бөгөн оло быуын кешеләренән күп нимәгә үрнәк алырға мөмкин. Уларҙың сабырлығы, талапсанлығы, тырышлыҡтары һәм әхлаҡлы булыуҙары бәхетле ҡартлыҡтарының нигеҙе. Быуындар бәйләнешен һаҡлай белгән, тәртипле, уңған ул-ҡыҙҙар үҫтергән, ил алдындағы оло хеҙмәттәре өсөн  Филүзә Сәғит ҡыҙы һәм уның кеүек оло йөрәкле инәйҙәргә рәхмәтлебеҙ.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас