Инйәр
+17 °С
Облачно
Новости
12 Января 2022, 10:33

Артыҡ ауырлыҡты кәметеү өсөн эсемлек

Был эсемлек артыҡ ауырлыҡты ғына кәметеп ҡалмай, эсәктәр буйын да таҙарта, аш үҙләштереүҙе яҡшырта.

Артыҡ ауырлыҡты кәметеү өсөн эсемлекАртыҡ ауырлыҡты кәметеү өсөн эсемлек
Артыҡ ауырлыҡты кәметеү өсөн эсемлек

Уны әҙерләү өсөн бер ус тирәһе һоло ярмаһы (овсяные хлопья) "Геркулес", ҡара емеш (чернослив) һәм бешмәгән, сей ҡыҙыл сөгөлдөр кәрәк, эре итеп ҡырғыс аша үткәрелгән булһын.

Бөтәһен дә ҡушып, 2 литр ҡайнар һыу ҡойорға һәм 15 минут талғын ғына утта ҡайнатырға. Кеҫәлгә оҡшаған һыуын һөҙөп, көн буйы эсеп бөтөргә. Бауыр тәңгәленә йылытҡыс һалыу ҙа яҡшы. Кеҫәлдән ҡалған массаны иртәнге аш урынына ашарға мөмкин. Бер көн ошо эсемлекте генә эсеп, аҙнаһына бер тапҡыр ашауҙы туҡтатып тороу яҡшы.

Дилара Янбаева.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас