Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
12 Января 2022, 10:37

Афарин, “Хазина”лар!

Мин “Инйәр” гәзитен даими уҡып барам. “Хазина” бейеү ансамбленең “Байыҡ” республика бәйгеһендә еңеү яулауын ишетеү  оло бер шатлыҡ булды. Конкурс башҡорт бейеүен һаҡлау, бейеү сәнғәтен тағы ла юғарыраҡ күтәреү маҡсатын ҡуя.

Афарин, “Хазина”лар!Афарин, “Хазина”лар!
Афарин, “Хазина”лар!

“Хазина”лар сәнғәтте һөйөүсе, милли рухлы, әхлаҡлы, район данын күтәреүсе булыуҙарын бөтә республика алдында күрһәтте. Сәхнәлә балҡыр өсөн күпме көс һалынған, костюмдар тегелгән, ғаилә мәшәҡәттәре лә ситкә ҡуйылған. Бөгөнгө ауыр шарттарҙа татыу бер коллективҡа берләшеү — уларға көс-ҡеүәт өҫтәүенә, рухи аҙыҡ булыуына иманым камил. Милли колорит булдырып, образлылыҡ барлыҡҡа килһен өсөн күпме тир түгелгән. Афарин, “Хазина”лар! Илһөйәрлек, халыҡсанлыҡ, рух ныҡлығы һәр саҡ юлдаш булһын.

“Хазина”ның исеме лә

Есеменә тап килә.

“Хазина”лар бейегәндә

Иҙәндәр ҙә һелкенә.

Бер иҫтәлек булып ҡалыр

Һеҙҙең бейеүҙәрегеҙ.

Улар мәңге ҡабатланмай,

Белегеҙ ҡәҙерҙәрен.

Районыбыҙҙың даны һеҙ,

Халҡыбыҙ ғорурлығы.

Табын ырыуының ҡото,

Милләтемдең ныҡ рухы.

Юлбарыҫ йылы килтерһен

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡты.

Сәхнәгеҙҙә балҡып торһон

“Байыҡ”тың нурлы уты.

Нәсимә Юлмөхәмәтова.

Тәүәкәс ауылы.

Фто — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас