

Приуралье ауылында йәшәүсе Шубина Рәзилә апай хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һис кенә лә тик ултырмай. Яҙын, йәйен тормош иптәше менән баҡсаһында мәж килә, ер ҡаҙып, түтәлдәр эшләп, йәшелсә-емеш, гөл-сәскәләр ултырта.
Рәзилә апай сәскәһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай. Матурҡайҙарын ҡарап ул рухи ләззәт кенә түгел, күңел дауаһы ла ала. Шуға ла уның баҡсаһы тирә-яҡҡа йәм биреп, төрлө төҫтәргә ҡойоноп, балҡып ултыра. Сәскәләр яратҡан кешенең генә күңеле саф, кәйефе күтәренке, йөҙө яҡты булалыр ул. Йәйгеһен баҡсала сәскә үҫтерһә,ә инде ҡышын өйөндә бүлмә гөлдәрен ҡарай, буш ваҡытында ырғаҡ менән күҙҙең яуын алырҙай матур әйберҙәр бәйләй. Йәштән үк ул эштәр менән булашмаһа ла, ете йыл элек ҡунаҡҡа барған саҡта Татарстандан килгән бер апайҙың рауза сәскәһе бәйләгәнен күреп, уның серҙәре менән ҡыҙыҡһына башлай. Тырышлыҡ оҙаҡ көттөрмәй: төрлө сәскәләр бәйләме, ултырғыс япмалары, ваза аҫтына түшәгестәр булһынмы, шул тиклем матур итеп бәйләнгән төрлө төҫтәге әйберҙәре өйҙөң биҙәгенә әүерелә.
— Туғандарыма, дуҫтарыма байрамдарҙа күпләп өләшергә лә күпләп бәйләп әҙерләп ҡуям. Күптәре күреп ҡалып заказ бирһәләр ҙә юҡ тип тормайым,—ти үҙенең эшенән ләззәт кенә алған Рәзилә апай. Ул төбәк – ара үткәрелгән фестивалендә “Халыҡ календары” тигән фестивальдә ҡатнашып Маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнә.
Бына шулай буш ваҡыттарын яратҡан ҡул эштәренә арнап, күңеленә йыуаныс һәм ҡыуаныс табып, ғаиләһен дә һөйөндөрөп йәшәй ул.
Алия Ахтямова