Инйәр
+18 °С
Дождь
Фотогалерея
18 Марта 2020, 09:22
Башҡортостан менән сиктәш өс төбәктә йәшәүселәрҙә коронавирус асыҡланды
17 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан менән сиктәш өс төбәктә йәшәүселәрҙә коронавирус инфекцияһы табылды. Татарстанда һәм Свердловск өлкәһендә – бер, Пермь крайында – ике. Республиканың көнбайыш сиге янында урынлашҡан Һамар өлкәһендә 5 кеше ауырый.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 17 мартҡа коронавирус йоҡтороуҙың 114 осрағы асыҡланды, шул иҫәптән 21-е – һуңғы тәүлектә. Күпселек осраҡтар Мәскәүгә тура килә (55). Илдә вирустан һәләк булыусылар әлегә юҡ, 5 кеше һауығып сыҡты.
Әлеге ваҡытта коронавирус пандемияһы үҙәге Көнбайыш Европаға тура килә. Италияла эпидемилогик хәл бик ҡатмарлы, унда 31,5 мең кеше сирле, ә үлгәндәр һаны – 2,5 меңдән ашыу.
Уҙған йылдың декабрь аҙағында коронавирус тарала башлаған Ҡытайҙа һуңғы көндәрҙә зарарланыу осраҡтары теркәлмәй тиерлек.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"