Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Фотогалерея
24 Ғинуар 2019, 12:04

Фоторепортаж "КВН"

Үткән аҙнала район мәҙәниәт йортонда юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү маҡсатынан “Шаяндар һәм отҡорҙар” клубының сираттағы “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” тип аталған бәйгеһе үтте. Сара республикабыҙҙа йыл һайын юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы менән Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторола.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иң яҡшы белеүсе исемен яулау өсөн районыбыҙ мәктәптәре араһынан Валентиновка мәктәбенән “Знаки приоритета”, Ҡыҙыл Еҙемдән “Дорожный ералаш”, Благовещенканан “Юные инспектора движения”, Абҙандан “Юные инспектора дороги плюс”, Баҡалдынан “Малахит с Урала”, Тирәкленән “Поехали!”, 2-се Архангел мәктәбенән “Горячие парни и я” һәм 1-се Архангел мәктәбенән “Кубики льда” командалары ҡатнашты.
Шаяндар һәм отҡорҙар йыйылған ерҙә һәр саҡ күңелле, байрам кәйефе хакимлыҡ итә. Быйылғы командаларҙың күбеһенең составтары яңырған, сөнки сығарылыш класс уҡыусыларын йәшерәктәр алыштырған. Шуға ҡарамаҫтан, яңы “шаяндар һәм отҡорҙар” өлкәндәрҙән бер ҙә ҡалышмай сәхнәлә ихлас сығыш яһаны. Өс һынауҙан торған бәйгелә балалар уйын-көлкө аша юл хәүефһеҙлеге, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү мөһимлеге кеүек мәсьәләләргә бәйле көләмәстәр, йәнле миниатюралар, шаяртыуҙар тәҡдим итте. Һәр команда үҙенә генә хас алымдар, образдар ҡулланды. Ҡайһы берҙәре ҡыҫҡа ғына ҡыҙыҡлы видеояҙмалар ҙа әҙерләгән. Сағыу костюмдар, музыкаль оҙатыу, сәхнә биҙәлештәрендә уҡыусылар йылдан-йыл оҫтара бара: башҡарылған йырҙар, коллектив бейеү, флеш-мобтар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Әйтергә кәрәк, байтаҡ сығыштар төплө әҙерләнеп, күтәренке рухта барһа ла, ҡайһы бер командалар теманы тулы асып еткерә алманы, шуға күрә киләсәктә ошоға иғтибар итергә һәм башҡа мәктәптәрҙе лә “Шаяндар һәм отҡорҙар” конкурсында ҡатнашыуға дәртләндерергә кәрәк.
Үткер, ҡыйыу, йор һүҙле зирәктәрҙең һәр сығышын ентекле баһалаған жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы. Етди кәңәшләшкәндән һуң, Гран-при — 1-се Архангел мәктәбе командаһына, 1-се урын 2-се Архангел мәктәбенә, 2-се — Тирәкле, ә 3-сө Ҡыҙыл Еҙем мәктәбе командаһына бирелде. “Иң яҡшы актер” номинацияһында Шальков Захар (Ҡыҙыл Еҙем), ә “Иң яҡшы актриса”ла Гаджиева Лиана (2-се Архангел мәктәбе) билдәләнде. “Иң яҡшы көлкө” номинацияһына Благовещенка уҡыусылары алдынғылыҡҡа сыҡһа, Абҙан, Баҡалды, Благовещенка һәм Валентиновка мәктәптәренә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ә көйәрмәндәргә килгәндә 2-се Архангел мәктәбенә тиңләшеүсе табылманы. Улар үҙ командаларын матур плакаттар, алҡыштар менән күмде.
“Шаяндар һәм отҡорҙар” — көлкөлө, ҡыҙыҡлы уйын ғына түгел, ул көн үҙәгендәге мәсьәләргә айыҡ ҡараусы, башҡаларға өлгө күрһәтеп, юл һәм башҡа хәүеф-хәтәрҙәрҙе, уларҙың эҙемтәләрен иҫкәртеүсе сара ла. Быларҙан тыш, ул йәштәрҙе берләштерә, таныштыра һәм әлбиттә, дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек тойғолары тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай.
Дилара Бәҙретдинова.

Читайте нас: