Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фотогалерея
24 Ғинуар 2019, 11:26

Фоторепортаж "Әҙәби-музыкаль кисә"

Абҙан мәктәбендә РФ-тың мәғариф алдынғыһы, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ҡәләм тирбәтеүсе Нәсиә Йосопованың 70 йәшлек юбилейына арналған тантаналы ижад кисәһе үтте. Әҙәби-музыкаль осрашыуға юбилярҙың яҡындары, ҡәләмдәш дуҫтары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары һәм район хакимиәтенән, мәғариф бүлегенән вәкилдәр саҡырылды.
Мәртәбәле сара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наза Йосопова етәкселегендә ойошторолдо. Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары коллективы уның тормош юлын һәм ижадын сағылдырылған йөкмәткеле презентация, музыкаль сығыштар әҙерләне.
Ҡунаҡтар юбилярҙың сабый саҡтан уҡ әҙәбиәткә ғашиҡ булыуы, бала саҡтағы, үҫмер йылдарындағы ҡыҙыҡлы хәтирәләрен тыңлап, тәрән мәғәнәле әҫәрҙәре менән танышып үтте. Өлкән класс уҡыусылары уның тыуған еренә, халҡына, туған теленә һөйөү, ихтирам менән тулы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, “Арҙаҡлы яҡташтар” китабынан өҙөктәр яңғыраны. Ейәндәре Илгизәр менән Сәлим дә өләсәләренә йөрәктәргә үтеп инерлек йыр һәм шиғыр бүләк итте.
Район Советы секретаре Фәйез Йортомбаев, мәғариф бүлеге методисы Лена Садиҡова, хеҙмәт ветерандары Дамира Мостафина, Гөлирә Фәйрүзова, Ләлә Фәйзуллина, Регина һәм Хисаметдин Искәндәровтар, мәктәп директоры Фидәлиә Кинйәғолова, Абҙан ауылы хакимиәте башлығы Динара Хәсәнова һәм башҡаларҙың ҡотлау һүҙҙәре концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Был көндө юбилярға арнап бик күп йылы, ихлас теләктәр әйтелде. Ысынлап та, Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы үҙ халҡының тоғро ҡыҙы. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул һаман да йәмәғәт эштәрендә, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй, үҙенең мәҡәләләре менән барыбыҙҙы ла ҡыуандырып тора. Ауылдаштары, элекке хеҙмәттәштәре, уҡыусылары ла көслө рухлы ханымдың урынлы кәңәштәренә, ярҙамына һаман да мохтаж.
Осрашыу һуңында Нәсиә апай ошондай матур байрам ойошторған мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, балаларға һәм саҡырылған ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: