Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Фотогалерея
11 Ғинуар 2019, 18:16

Фоторепортаж "Встреча собкоров"


Рәсәй матбуғаты көнө алдынан “Инйәр” янындағы “Тулҡын” әҙәби-ижади берекмә ағзалары — яҡын-тирә ауылдарҙан (Архангел, Абҙан, Убалар, Максим Горький, Тәүәкәс, Муллаҡай, Ҡыҫынды), шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районы (Сахай, Иҫке Аҡташ) тарафтарынан килеүсе авторҙар һәм ҡәләм тирбәтеүсе төрлө һөнәр эйәләре, ғөмүмән, гәзитебеҙ менән даими рәүештә хеҙмәттәшлек итеүсе дуҫтарыбыҙ Ҡыҫынды мәҙәниәт йортона йыйылды. Осрашыуҙы Дилбәр Яҡупова алып барҙы.
— Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы “Инйәр” район гәзите 2018 йылда 104 һаны менән уҡыусыларға бәхетле минуттар бүләк итте. Ижад, шиғриәт өлкәһенә башкөллө бирелгәндәр ошо юғарылыҡта ҡалып, нәфис һүҙ менән һәр кемгә күңел йылылығы, рух ныҡлығы бирергә ынтыла. Беҙҙе бөгөн тап ошо ынтылыш бергә тупланы ла инде,-тип ул сараны асты.
Ғинуар һыуығына һәм ара алыҫлығына ҡарамай, йөрәк һүҙе бүлешергә талпынып килеүсе ҡәләмдәштәргә арнап Раушан Хазиәхмәтов үҙенең шиғырҙарына яҙылған моңло йырҙар яңғыратты. Зифа Абдуллина баянда уйнап, уның “Балан” йырын башҡарҙы. Шулай уҡ Айгөл Шаһманова (видеоклип) “Ҡарҙар яуа” тигән яңы йыры менән күңелдәге хистәр буранын туҙғытып, йәнле аралашыуға рух күтәренкелеге бирҙе.
2019 йыл —Театр йылы тип билдәләнеүе уңайынан сәхнә түрендә ҡыҫҡаса юморға бай “Мединститутта имтихан” исемле тамаша ( ролдәрҙә: профессор —Р.Хазиәхмәтоа, студент —Х.Рәхмәтуллин) күрһәтелеүе әүҙемдәрҙе яңы ижади асыштарға этәреүе менән баһаланды.
Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлшат Закирова уҙған йылдағы эштәрҙе барлап, киләсәккә пландар менән дә таныштырып үтте.
— Шиғри йәнле кешеләр күберәк булған һайын, тирә-яғыбыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ғәмлерәк. Күңелендә шиғыр осҡоно ҡабыҙыусыларҙы берләштергән “Тулҡын” милли рухты һаҡлай. Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлектең дауам итеүенә ихлас рәхмәтлебеҙ. Бында бөгөн рухлы кешеләр йыйылған. Ташҡа баҫылған һүҙ халыҡ йөрәгенә үтеп инә. Һеҙ халыҡты битарафлыҡ ауынан азат итеүсе,- тине Гөлшат Зөфәр ҡыҙы. Ул шулай уҡ ижад кисәләре, төрлө акциялар, конкурстар үткәрелеп тороуын да бәйән итеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының “Күңелле тәнәфес” махсус сығарылышына әүҙем ҡушылыуын теләне.
2018 йыл лауреаттарын (Нәсиә Йосопова, Илүсә Кәримова, Раушан Хазиәхмәтов) ихлас ҡотлап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырҙы. Ижадсылар рәхмәт белдереп, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Айырыуса оҙаҡ йылдар матбуғат өлкәһендә йөҙөп йөрөп эшләгән, бөгөн хаҡлы ялда ла тынғы белмәүсе Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙын барыһы ла тын ҡалып тыңланы. Ижад ҡомарын дөрләтеүсе оҫталар барлығы ана шулай күрешеү-һөйләшеүҙәрҙе һәр ваҡыт йәнле һәм йәмле итә.
— “Инйәр” район яңылыҡтары менән генә таныштырып ҡалмай, ә халыҡтың аң-зиһенен үҫтерә, байыта. Иң мөһиме — кешеләрҙә туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй, -тине педагогик хеҙмәт ветераны.
Яңы йылға арнап уҙғарылған шиғри конкурстарҙың йомғағы еңеүселәрҙе асыҡланы: Ә.Юламанова, З.Фәйзуллина, Р.Искәндәрова, Г.Ғиззәтуллина. Улар баш мөхәррир ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуаныстарын белдерҙе.
“Тулҡын” әҙәби-ижад берекмәһе кураторы, хаттар бүлеге мөдире Рәғиҙә Ғиззәтуллина һәләтле яҡташтарыбыҙҙың әҫәрҙәре әленән-әле баҫма биттәрендә баҫылып тороуын һәм уҡыусыларҙың йылы ҡабул итеүе тураһында һөйләне. Былтыр уҙғарылған бәйге һөҙөмтәһе — “Тыуған илем — илһам иле” йыйынтығы сығыуы һәм конкурстың быйыл да дауам итеүен әйтеп, уның шарттары менән таныштырғандан һуң, Ҡырмыҫҡалы районынан ижадташ дуҫыбыҙ, бер нисә китап авторы Таһир Вилданов хикәйәһенә Р.Хазиәхмәтов сценарийы буйынса төшөрөлгән ҡыҫҡа метражлы “Әсә һағышы” фильмы тәҡдим ителде.
Күрше район ҡунаҡтары — Гүзәлиә Ғиззәтуллина йөрәктәргә үтеп инерлек шиғри шәлкемдәре менән үҙенең ҡәләм оҫтаһы булыуын дәлилләһә, Таһир Вилданов юморескалар ғына түгел, шиғириәт тә күңеленә яҡын икәнлеген яңы шиғыры аша еткерҙе.
Һүҙ ҡәҙерен белеп, тел бәҫен һаҡлап янып йәшәүсе авторҙарыбыҙҙың һәр береһе тормош матурлығына һоҡланып йәшәй, шатлыҡ-хәсрәтен, сикһеҙ һөйөүен аҡ ҡағыҙға төшөрөп кинәнес таба. З.Фәйзуллина, Р.Ғәббәсова, Р.Искәндәрова һәм башҡалар сығышы кәйефтәрҙе күтәрҙе. Йырҙар, шиғырҙар, театр сәнғәте менән үрелеп барған “Тулҡын” дың ярһыу тулҡындары ләззәтле тойғоларға сумырҙы. Архангелдәр бик бәхетле, ни тиһәң дә, үҙ ерлегендәге таланттарҙы күрә белеп, уларҙың ижадын халыҡҡа еткереп тороусы һәм илһөйәрлек, телһөйәрлек рухы менән һуғарылған башҡорт баҫмаһы “Инйәр”ебеҙ барында донъябыҙ йырлы-нурлы булыр һәм буласаҡ.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: