Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фотогалерея
27 Ноябрь 2018, 19:10

Фоторепортаж "Акция в колледже"


Радий Хәбиров республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса Дәүләт комитетына юл-транспорт фажиғәләре айырыуса күп теркәлгән юл участкаларын контролгә алырға ҡушты. Башҡортостанда ундай 140 урын бар, шуларҙың етәүһе федераль трассаларҙа булһа, ҡалғандары – республиканыҡы, шул иҫәптән беҙҙең районда – дүртәү бар. Хәүефле урындар Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль трассаһында – 3 (Уҫаҡлы ауылы эргәһендә, Ҡыҙыл Еҙем тыҡырығында һәм Ырныҡшы ауылы эргәһендәге тимер юл күпере тирәһендә), Архангел-Красноусол юлында берәү (Осокорев буйында).
– Һәр участканың паспорты булырға тейеш. Юл ҡатламының торошо, яҡтыртыу, барьер сикләгестәре ҡуйыу, термопластик юл һыҙаты, фото һәм видеотеркәү камераларын ойоштороу мөһим. Практика күрһәтеүенсә, хәүефле урындар профилактикалана башлау менән юл-транспорт осраҡтары ла кәмей,- тине сираттағы ойошторолған кәңәшмәләрҙең береһендә Радий Хәбиров.
– Быйыл районда бөтәһе 168 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Бөтәһе дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Авирияның төп сәбәпсеһе – тиҙлек режимын иңҡар итеү һәм автомобилде уҙған ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү. Рейд барышында ла ҡағиҙәне үтәмәүселәр байтаҡ. Алкоголь эсемлектәр эскәндән һуң, иҫерек килеш 70 водитель тотолдо. Ҡыҙғанысҡа күрә районда юлдарҙа видеокүҙәтеү ҡоролмалары юҡ. Әммә тиҙҙән хәүефле урындарҙа уларҙы урынлаштырыу күҙаллана. Шулай уҡ күп автотранспорт йөрөгән юлдарҙы төнгө ваҡытта яҡтыртыу мәсьәләһен хәл итеү ҡарала,- тип белдерҙе райондың ЮХХДИ етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Максим Ганиченко.
Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса Европа төбәгендә һәр алты минут һайын юлдарҙа бер кешенең ғүмере өҙөлә. Йыл дауамында был һан 83 меңгә барып етә. Ошо көндәрҙә Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында белем алыусы студенттар менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса әңгәмә-осрашыу уҙҙы. Сараны “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы менән райондың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.
Райондың ЮХХДИ инспекторы Владислав Камалетдинов юл-транспорт ваҡиғалары буйынса статистика мәғлүмәттәрен еткереп, йәштәрҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса файҙалы кәңәштәр бирҙе. Тиҙҙән водитель танытмаһын аласаҡ студенттар инспекторға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, аныҡ яуаптар алды. Сара “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы педагогтары тарафынан “Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы – ғүмереңде һаҡлар” иҫкәртмәләрен тапшырыу менән тамамланды.
Альберт Рәхимов.

Читайте нас: