Башҡортостандың бөгөнгө ҡаҙаныштары тураһында һүҙ барғанда уларҙың нигеҙендә мөһим документ — Республиканың дәүләт суверенитеты хаҡында Декларация ятыуын билдәләмәй булмай. Башҡортостан халҡы ошо иҫтәлекле датаны киң билдәләй.
Шишәмбе район мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған тантана үтте. Сара башланыр алдынан фойела матбуғат баҫмаларына яҙылыу һәм балалар ижады, оҫталарҙың ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр ойошторолдо. Ошонда уҡ балаҫ һуғыу оҫтаһы Фәнисә Сәйфетдинова (Орловка) эш тәжрибәһе, туҡыу нескәлектәре менән уртаҡлашты.
Башҡортостаныбыҙҙың хозурлығына мәҙхиә яңғырағандан һуң, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең хоры ла дан йырланы.
Район хакимиәте башлығы Александр Комзалов ағымдағы йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап телмәр тотто.
—Беҙ бөгөн төп байрамдарҙың береһе —Республика көнөн тыныслыҡ һәм татыулыҡ символы булараҡ ҡабул итәбеҙ. Күп милләтле Башҡортостан Рәсәйҙең эре фәнни үҙәктәренән һанала, -тип социаль-иҡтисади күрһәткестәргә туҡталды. Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ үҫеше, ғаилә фермалары, төрлө маҡсатлы программалар, ауыл хужалығы, мәғариф, спорт, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкәләге ыңғай үҙгәрештәрҙе барлағандан һуң, Александр Анатольевич ҡулынан район хакимиәтенең Почет грамоталарын “Архангельский вестник” гәзите редакцияһының мәғлүмәт бүлеге мөдире Э.З.Абдулова, хәбәрсе В.Ю.Васильев, хаттар бүлеге мөдире А.Н.Кожевников, Благовещенка ауылы мәктәбенең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Т.В.Алланиязова, Инйәр ауыл советының янғын депоһы водителе В.П.Горбунов, Ырныҡшы ауылы мәктәбенең математика уҡытыусыһы А.Й.Рәхимов, район хакимиәтенең финанс идаралығының әйҙәүсе белгесе Е.В.Сенникова, мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Д.Р.Хисамова һәм Рәхмәт хаттарын Тәүәкәс ауылы мәктәбенең физкультура уҡытыусылары И.Р.Аҫылбаев, И.Р.Аҫылбаев, 1-се Архангел мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Т.Л.Сарычева, район хакимиәтенең баш бухгалтеры Т.Н.Сытина, “Еләҫ ел” ЯСЙ-һы операторҙары Р.Р.Усманов һәм М.Н.Яҡшымбәтов, Ҡыҙыл Еҙем ауыл советы водителе И.Н.Панин, ә 14 йәше тулған бер нисә уҡыусы Рәсәй гражданының паспортын алды.
Артабан БР Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Татьяна Штоль байрам менән ҡотлап сығыш яһаны. Башҡортостандың дөйөм үҫешенә байҡау яһағас: “Уңыштар республикала йәшәүсе кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтенә бәйле, илебеҙ иҡтисадын үҫтереүҙә архангелдәрҙең дә өлөшө ҙур...,”-тип әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн район Советы депутаттары Р.Н.Гәрәев, Т.А.Рәхмәтуллин, шәхси эшҡыуар Г.Н.Авакянды БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән; “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы психологы А.В.Андриянованы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Район Советы рәйесе Рәүф Рәхмәтуллин тантаналы көн менән тәбрикләне һәм район Советының Маҡтау ҡағыҙҙарын Зәйет ауылы китапханасыһы З.М.Биктимерова, Үрге Ләмәз китапханасыһы Г.М.Борханова, “Архангельский вестник” район гәзитенең яуаплы секретары Т.Л.Вязовцева, версткалау буйынса инженеры Р.Р.Ғәбитова, корректоры Т.Д.Швецоваға тапшырҙы.
XXIX Бөтә Рәсәй олимпия кондәре сараларында ҡатнашыусы С.В.Могучев, Я.А.Кирасиров, ”Ипмульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге тренеры И.Ә.Әхмәтйәнов, үҙәкләштерелгән китапхананың баш китапханасыһы Л.М.Желтова, мәғариф бүлегенең баш инспекторы Н.А.Куркова, Ҡыҙыл Еҙем ауыл советы идарасыһы С.Р.Лапсина, Орловка ауыл советы идарасыһы Р.В.Кулембәтова РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Э.А.Памфилованың ҡултамғаһы ҡуйылған Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Байрам уңайынан әҙерләнгән йөкмәткеле концерт тамашасыларға дәрт-илһам бирҙе.