

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителеүе бик урынлы. Илебеҙҙә уның шауҡымы ҡағылмаған ғаилә ҡалмағандыр. Ир-егеттәребеҙҙе яуға оҙатҡан һайын йөрәктәр һыҡрай, сөнки һуғышҡа барыу туй туйлау түгел.
– Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу төбәк ярҙам саралары эшләй. Башҡараһы эшебеҙ ҙур. Саралар планы был эшмәкәрлекте тәртипкә һалырға, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре алдында килеп тыуған һорауҙарҙы билдәләргә, иң яҡшы ярҙам күрһәтеү тәжрибәһен асыҡларға һәм уларҙы бөтә республика буйлап таратырға ярҙам итәсәк. Һәр ветеран үҙ тормошонда беҙҙең ҡатнашыуыбыҙҙы, уға һәм уның ғаиләһенә мотлаҡ ярҙам күрһәтеләсәгенә ышаныс тойорға тейеш, — тип белдерҙе үҙенең сығышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Абҙан ауылы мәҙәниәт йортонда түңәрәк өҫтәл артында бик күп ғаилә ағзалары йыйылды. Уларҙың араһында яугир ир-уҙаман Руслан Зөлфәр улы Бикбулатов, ауыл биләмәһе башлығы Вил Хәсән улы Зөлҡәрнәев һәм “Ғаилә” үҙәге бегестәре ҡатнашты.
Ауыр темаларҙы эсенә алған, ғәзиз әсәләрҙең күҙ йәштәре аша һуғарылған атайҙарҙың батырҙарса ил мәнфәғәттәрен яҡлауҙары һәм бурыстарын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары тураһында асыҡтан асыҡ һөйләшеүҙәр булды.
“Өмөт” халыҡ театрында ҡатнашып, төрлө ролдәр уйнап, тамашасы күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған, мәңге йөрәк түрҙәребеҙҙә һаҡланған герой-актерыбыҙ Алмас Әсҡәт улы Хужинды йылы хәтирәләр аша иҫкә алдыҡ. Ул ижад иткән образдар, күккә ашмаған хыялдар, яҙылған шиғырҙар, әйтелмәгән хистәр — барыһы ла сәхнәләш дуҫтары, туғандары, балалары һөйләүҙәре аша яңғыраны. Береһе өҙҙөрөп халыҡсан бейеүе тураһында һүҙ алып барһа, ә икенсеһе уның ниндәй кешелекле, ғаиләһендә яратҡан атай булғанын иҫкә төшөрҙө.
Ил тыныслығы өсөн һәләк булған ауылдаштарыбыҙға бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Яугирҙәр балаларына мәктәп әсбаптары тапшырылды. Киләсәктә ғаиләләр менән осрашыуҙар, төрлө мәҙәни саралар, фотоальбомдар, стендтар сығарыу, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу тигән матур уйҙар менән таралыштыҡ. Саҡырылған ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләктәр таратылды.
Вәлимә Өмөтбаева,
"Өмөт” халыҡ театры режиссеры.
Абҙан ауылы.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.