Инйәр
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
2 Декабрь 2022, 10:46

“Әсәйҙәргә наҙлы һүҙҙәр әйтегеҙ”

Рәсәйҙә, 1998 йылдан башлап, Рәсәй Президенты ҡарары буйынса ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһе Әсә көнө тип билдәләнә.

“Әсәйҙәргә наҙлы һүҙҙәр әйтегеҙ”
“Әсәйҙәргә наҙлы һүҙҙәр әйтегеҙ”

Әсәләр — донъя ҡотон һаҡлаусылар. Һәр кем өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора.  Әсә һөйөүе сикһеҙ, уны бер ни менән дә сағыштырып булмай. 27 ноябрь беҙ һәр йылдағыса үҙебеҙҙең ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙе  күркәм байрам менән тәбрикләнек.

Район мәҙәниәт йортонда Әсә көнө уңайынан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ижади коллективы һәүәҫкәр артистар, балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары, шулай уҡ балалар баҡсаларының һәм мәктәптәрҙең йыр-моңға маһир, һәләтле тәрбиәләнеүселәре менән берлектә “Әсәйҙәргә наҙлы һүҙҙәр әйтегеҙ” тип аталған концерт программаһын тәҡдим итте.

Сара башында район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин телмәр тотто:

— Беҙҙең һәр ҡылығыбыҙҙы бик яҡшы белгән, бар йөрәктән һөйгән, оло хәстәрлек күргән  яҡындарыбыҙ бар. Улар беҙгә ышана, яҡты өмөттәр бағлай һәм һәр саҡ көтөп ала. Был кешеләр — әсәйҙәр!

Ҙурайһаҡ та, олоғайһаҡ та беҙ улар өсөн сабый булып ҡалабыҙ. Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр! Һеҙҙе Әсә көнө менән ихлас ҡотлайым! Ныҡлы сәләмәтлек, аңлашыусанлыҡ, күңел йылыһы, ғаилә именлеге, бәхете теләйем. Яратығыҙ һәм яратылып йәшәгеҙ! Күңелдәрегеҙҙе ҡайғы-һағыш баҫмаһын, балаларығыҙҙың киләсәге яҡты булһын! Байрам менән! — тип залда ултырған әсәйҙәргә йылы һүҙҙәрен еткерҙе.

Был көндө сәхнәнән яңыраған наҙлы йырҙар, дәртле бейеүҙәр, эстәлекле шиғырҙар ғәзиздәрҙән-ғәзиз —  Әсәйҙәргә бағышланды. Тамашасылар һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты.

Байрамды  “Йәш әсә — 2022” район бәйгеһе дауам итте. Унда Лиана Лоғаманова (Абҙан ауыл биләмәһе), Илмира Хәбирова (Оҙондар), Юлия Кулешова (Инйәр) һынау тотто. Йәш әсәләр “Визит картаһы”, “Әсәйем әкиәте” һәм “Хужабикә” конкурстарында көс һанашты. Гүзәл заттар алдан яратҡан шөғөлдәренә һәм  ғаилә ҡиммәттәренә, йолаларына арналған видео-күҙәтмә әҙерләп килтергән. Улар шул рәүешле үҙҙәре һәм яҡындары  менән таныштырҙы. Артабан ханымдар сәхнәләштерелгән әкиәт тәҡдим итте. Һәр сығыш үҙенсәлекле булды. Өсөнсө һынауҙа уңған хужабикәләр яратҡан ризыҡтарын бешереү серҙәре менән уртаҡлашты. Абруйлы жюри ағзалары конкурсанттарға ғәҙел баһа бирҙе. Һөҙөмтәлә, 1-се урынды Л.Лоғаманова,  2-се — Ю.Кулешова һәм 3-сө урынды И.Хәбирова яуланы. Бәйгеселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Мәртәбәле саранан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.

Дилара Янбаева.

Фото — район мәҙәниәт бүлеге сайтынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: