Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
1 Июнь 2022, 16:13

Еңеүгә дан йырлап...

Еңеү көнөнә арналған байрам Убаларҙа бик ойошҡан уҙҙы.

Еңеүгә дан йырлап...
Еңеүгә дан йырлап...

Еңеү көнөнә арналған байрам Убаларҙа бик ойошҡан уҙҙы. Ҡулдарына дәүләт флагтары, шарҙар, сәскәләр һәм һуғышта ҡатнашҡан яҡындарының фотоһүрәттәрен тотҡан ауыл халҡы үҙәк урамға йыйылды. Тантаналы митингыла район хакимиәте башлығы идарасыһы Т.Галина, Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы А.Ибәтуллин, ветерандар советв рәйесе З.Йәнешева телмәр тотто. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың абруйлы оло кешеләре лә барыһын да Еңеү байрамы менән ҡотланы.

“Гөлнәзирә” төркөмө ағзалары һалдат кейемдәрендә йөкмәткеле концерт номерҙарын тәҡдим итте. Сара һәр ваҡыттағыса сағыу үтте.  Ауылыбыҙ кешеләренең берҙәмлеге, тырышлығы, дәрте сағылды. Иң һуңында иҫтәлеккә фотоға төштөк.

Зөбәйҙә Йәнешева.

Убалар ауылы.

Автор фотоһы. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: