Яҡташтарыбыҙ Венер Вәлиев һәм Рушан Фәйзуллин башланғысы менән бөгөнгө ауыр заманда илебеҙҙә тыныслыҡ булһын өсөн яу ҡырында дошман менән алышҡан ир-егеттәребеҙгә ярҙам йөҙөнән Муллаҡай ауылы халҡы 17 мең һум аҡса йыйҙы.
Был аҡсаға иң кәрәкле көнкүреш әйберҙәрен һатып алып, Украина һуғыш яландарында алышҡан һалдаттарыбыҙға гуманитар ярҙам оҙатылды. Бөтә әйберҙәр тейешле урынға барып еткән. Был турала Генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отряд яугирҙары телефон аша хәбәр итте һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Зәлифә Фәйзуллина,
Муллаҡай ауылы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.