Башҡорт халҡының көнкүреше борондан ат менән бәйле. Элек һәр ғаилә тиҫтәләгән, йөҙләгән баш йылҡы малы тотҡан: итен ашаған, ҡымыҙын эскән, хужалыҡта файҙаһын күргән.
Бөгөн йылҡысылыҡ тармағы яңынан тергеҙелә. Был йүнәлеш менән ҡыҙыҡһынғандар БР Ауыл хужалығы министрлығының дәүләт ярҙамы грантын файҙаланып, аттар үрсетеү мөмкинлегенә эйә.
Валентиновка ауылынан Исакаевтар ғаиләһе башҡорт тоҡомло аттарҙы аҫрау менән шөғөлләнә. Әле уларҙа — 60 баш. Рәфисә Йәғәфәр ҡыҙы һәм Әхмәр Әнүәр улы киләсәктә үҙ хужалыҡтарын киңәйтергә уйлап, ғаилә фермалары һәм ауыл хужалығы кооперативтары үҫеше гранттарына конкурста ҡатнашыуға документтар йыя. Уларға уңыштар теләйбеҙ.
Фото — район хакимиәте сайтынан.