Һуңғы ваҡиғалар менән бәйле Донецк һәм Луганск республикаларында йәшәүселәрҙең ауыр осор кисереүҙәрен барыбыҙ ҙа беләбеҙ.
Ундағы ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә хәүеф янаған мәлдә Липовка ауыл биләмәһе халҡы ситтә ҡалманы — хәйриә акцияһында дәррәү ҡатнашып, гуманитар ярҙам күрһәтте. Бергәләшеп көндәлек кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, балаларға уҡыу әйберҙәре һәм башҡаларҙы йыйып, әҙерләп ҡуйҙыҡ.
Ошо изге эштә айырыуса шәхси эшҡыуарҙарыбыҙ: Әлфиә Ҡотләмәтова, Элдар Ҡотләмәтов, Зилиә Шәрипова, Екатерина Кузнецова, Липовка ауыл хакимиәте белгесе Гөлнара Лабастова һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Бөгөн Донецк һәм Луганск республикалары халҡы яҡлауға ныҡ мохтаж. Шуға күрә һәр кем хәленән килгәнсә уларға ярҙам итһә, бик яҡшы буласаҡ.
Илдар Әбдрәфиҡов,
Липовка ауыл хакимиәте башлығы.
Автор фотоһы.