Гәзитебеҙ иғлан иткән “Минең өләсәйем” фотоконкурсына йомғаҡ яһалды. Уның еңеүселәре тип Муллаҡай ауылынан Фәнилә Хәбибуллина һәм Родинканан — Ҡондоҙбаева Ләлә табылды.
Фәнилә Хәбибуллинаға тәғәйенләнгән бүләк һәм Диплом артынан ҡыҙы Айгөл Мурина килде.
— Беҙ ғаиләлә дүрт бала. Ата-әсәйебеҙ бөгөн 6 ейәнгә, биш ейәнсәргә өләсәй, олатай. Инәйебеҙ йыр-моңға ғашиҡ, аш-һыу оҫтаһы ла.
Ял көндәрендә ул беҙҙе тәмле ҡоймаҡтар, бәлештәр бешереп көтөп ала. Ярҙам кәрәк булһа, тиҙ генә килеп тә етә. Уның беҙҙең өсөн ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкин түгел. Барыбыҙҙы ла ярата, ҡурсалап ҡына тора.
Конкурс тураһында ишеткәс, һөйөклө кешебеҙҙең фоторәсемен ебәрергә ҡарар иттем. Күмәкләшеп тауыш бирҙек: туғандар, таныштыр, ҡоҙа-ҡоҙағайҙар. Еңеүе хаҡында белгәс, шатланды. Ә мин яҡташтарымды инәйем менән таныштырыуыма ҡәнәғәтмен, — тине Айгөл.
Өләсәйҙәр, афарин!
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.