Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Апрель 2022, 07:22

Әхирәттәй әхирәт

Була бит шундай кешеләр — эргәлә йөрөһәләр ҙә баҫалҡы, сабыр холоҡтарына өйрәнгәнгә,  күҙгә салынып бармай.

Әхирәттәй әхирәт
Әхирәттәй әхирәт

Була бит шундай кешеләр — эргәлә йөрөһәләр ҙә баҫалҡы, сабыр холоҡтарына өйрәнгәнгә,  күҙгә салынып бармай. Ләкин ҡаршылыҡтар осраһа, бәләгә тарығында  фәҡәт улар һиңә ярҙам ҡулы һуҙа, кәңәш бирә. Яҙаһы һүҙем студент саҡтан бирле танышым, әхирәтем, хеҙмәттәшем Гөлсинә Хәйҙәр ҡыҙы Ғилманова хаҡында.

Алыҫ 1981 йылдар... Беҙ 15 йәшлек кенә балалар 1-се Өфө медицина училищеһында уҡый башланыҡ. Һап-һары сәсле, яғымлы йөҙлө ҡыҙҙың Архангелдән икәнлеген белгәс, иғтибар иттем.

— Ҡайһылай ҡояш кеүек бынау ҡыҙ, — тип сабыйлығым менән эскерһеҙ уйлауым һаман хәтерҙә.  Тәүге биргән баһам хаҡлы килеп сыҡты. Шәфҡәт туташы һөнәренә тап уның кеүек алсаҡ, изгелекле, ауырыуҙарға ярҙам итеүсе, күңелдәрҙе йлытыусы “ҡояш”тар лайыҡ.

Һөнәри белем алғас, Архангел үҙәк дауаханаһына эшкә ҡайттыҡ. Гөлсинәнең йомшаҡ тәбиғәтен һиҙепмелер, балалар бүлегенә йүнәлттеләр. Артабан ул массаж буйынса уҡып, инде 30 йылдан артыҡ сирлеләрҙе шифалы ҡулдары менән дауалай, аяҡҡа баҫтыра. Үҙ эшен еренә еткереп, яратып башҡарғас, халыҡ та уны тиҙ арала үҙ итте, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп кенә тора. Ул ғына ла түгел, үҙҙәренә файҙа тейгәс, балаларына, яҡындарына, таныш-белештәренә ярҙам һорап ҡабат мөрәжәғәт итәләр. Аҡ халатлы фәрештә бер ваҡытта ла ҡуй, тип әйтмәй, мөмкинлеге булғанда һәр саҡ ыңғай яуап бирә.

Бөгөн элекке 15 йәшлек ҡыҙ менән 55 йәшлек тәжрибәле ханым араһында 40 йыл ғүмер ята. Ошо арауыҡта күпме ваҡиғалар булып үткән дә, күпме ауырлыҡтар кисерелгән, шатлыҡтар ҡыуандырған. Нимә генә булмаһын, тормош ауырлығы уны һис кенә лә кире яҡҡа үҙгәртмәгән. Шул уҡ ихлас һарыҡай һаман да тыныс, сабыр, барыһына ла йылы ҡарашлы, йомарт күңелле.

Ҡасандыр бергә хеҙмәт юлын башлаған ҡыҙҙар хәҙер инде өләсәйҙәрбеҙ. Ғорурлыҡ менән әйтә алам — “Хеҙмәт кенәгәһе”ндә барыбыҙҙың да бер генә яҙыу — Архангел үҙәк дауаханаһына эшкә алынған, тигән. Шуға ла һәр беребеҙҙең ғүмер юлын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ. 

Гөлсинәне яҙмыш бик иркәләмәне. Фажиғәле рәүештә тормош иптәше бик иртә вафат булды. Ул заманда улы Руслан һалдат хеҙмәтендә, ә ҡыҙы Лилиә мәктәптә уҡый ине. Балаларын уҡытты,  аяҡҡа баҫтырҙы, башлы-күҙле итте түҙемле, рухлы әхирәтем. Бөгөн сабыйҙары әсәләрен өлгөлө, лайыҡлы йәшәйештәре менән ҡәҙерлеләрен шатландыра. Береһе ғаиләһе менән Өфөлә, икенсеһе Силәбелә донъя көтә. Үҙ-ара бик татыуҙар, әсәләренә ҡайтып ярҙам итеп тора. Әхирәтемдең ата-әсәһе йәшләй генә үлеп ҡалғас, ул ике һеңлеһенә лә терәк-таяныс.  Әле Гөлсинә Хәйҙәр ҡыҙы эшенә яуаплы ҡараған абруйлы, бай тәжрибәле хеҙмәткәр.  Участка табибы Венера Хәйрулла ҡыҙының уң ҡулы. Элеккесә нәзәҡәте, яғымлы һүҙе, мөләйемлеге, ихлас тәбиғәте менән ауырыуҙарға шифа, тиҙ арала һауығыуҙарына ышаныс бирә. Уның кеүек үҙ эшен яратып башҡарған, кешеләрҙе дауалауҙан ҡәнәғәтлек алған белгестәр күп беҙҙә. Әхирәттәй әхирәтем булғанға шатмын.

Земфира Шәрипова,

Архангел ауылы.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: