Инйәр
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Апрель 2022, 08:16

“Дарман”дар Әлшәйҙән ҡайтты

Марттың һуңғы көндәрендә Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында ижади эҙләнеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән театр-фольклор түңәрәктәре коллективтарының “Башҡортостан ынйылары” республика конкурс-фестивале уҙҙы.

“Дарман”дар Әлшәйҙән ҡайтты
“Дарман”дар Әлшәйҙән ҡайтты

Марттың һуңғы көндәрендә Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында ижади эҙләнеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән театр-фольклор түңәрәктәре коллективтарының “Башҡортостан ынйылары” республика конкурс-фестивале уҙҙы.

Быйыл ул яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның "Урал батыр мәктәбе" проектының бер йүнәлеше булараҡ, 15-се  тапҡыр ойошторолдо. Был юлы конкурс "Рухи байраҡ һинең исемең" темаһы аҫтында республиканың һәм үҙ төбәгеңдең тарихи шәхестәренә арналды.  Ике көн буйына тамашасылар Ҡыйғы, Балтас, Кушнаренко, Архангел, Әлшәй, Баҡалы, Илеш, Фёдоровка, Благовещен, Көйөргәҙе райондарынан килгән театр-фольклор түңәрәктәре коллективтарының сығыштарын ҡарап кинәнде. Сәхнәлә үҙҙәрен ысын актёрҙар кеүек тотоп, ролдәрен оҫта башҡарған ҡыҙҙар һәм егеттәргә ҡарап һоҡланмаусылар ҡалмағандыр. Конкурс башланғансы һәм тәнәфес ваҡытында фойела Пионерҙар йортоноң ижади берекмәләрендә шөғөлләнеүселәрҙең эштәре, төрлө ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.

Фестивалдә республикабыҙ район-ҡалаларынан 16 команда көс һынашты. 170 бала һәләттәре, оҫталыҡтары менән балҡыны.

Тирә-яҡтан йыйылған үҫмерҙәр бәйгенең беренсе көнөндә жюри хөкөмөнә сәхнәләштергән әҫәрҙәрен тәҡдим итте. Кисен улар өсөн төрлө спорт уйындары, дискотека ойошторолдо. Иртәгәһенә  түңәрәк етәкселәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Ололар ваҡыттарын  эшлекле сарала үткәрһә, уҡыусылар 4-се Раевка  һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҡунаҡта булды.

Тирәкле мәктәбенең Әлмирә Баһауетдинова етәкселегендәге “Дарман” фольклор коллективы “Ҡаһым түрә — тарихи шәхес” тигән  әҫәрҙе алып барҙы, сәхнә әҫәренең авторы — Ә.Баһауетдинова).  Билдәле булыуынса, “Башҡортостан ынйылары”нда  “Дарман”дар бер нисә тапҡыр республика кимәлендә сығыш яһап, районыбыҙға еңеү алып ҡайтҡаны булды. Улар әле лә һынатманы. Бар тырышлыҡтарын һалып, образдарға оҫта инеп, тарихи шәхестең, ваҡиғаларҙың асылын асып 2-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Бынан тыш, Артур Нәжметдиновҡа “Бейеүҙе иң яҡшы башҡарыу” номинацияһы бирелде. Ә.Р.Баһауетдиноваға Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығынан Рәхмәт хаты тапшырылды.

Уҡыусыларға конкурс-фестиваль бик оҡшаны. Улар үҙҙәренә яңы дуҫтар табып, рухи яҡтан байып, дәрт-дарман алып ҡайтты.

Әлмирә Баһауетдинова,

Тирәкле мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: