Инйәр
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Апрель 2022, 08:05

“Бергә тапшырабыҙ”

31 март 1-се Архангел мәктәбендә “Бергә тапшырабыҙ. Ата-әсәләрҙең Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә БДИ үткәреүҙе сағылдырған эшлекле уйын ойошторолдо.

“Бергә тапшырабыҙ”
“Бергә тапшырабыҙ”

31 март 1-се Архангел мәктәбендә “Бергә тапшырабыҙ. Ата-әсәләрҙең Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә БДИ үткәреүҙе сағылдырған эшлекле уйын ойошторолдо.          Сара барышында ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып ҡараны.

“Бергә тапшырабыҙ” акцияһы йыл һайын уҙғарыла. Уның маҡсаты — быйыл БДИ тотасаҡ сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләрен һынау процесы менән таныштырыу.

Эшлекле уйында 11-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре әүҙем ҡатнашты. Уларға математиканан БДИ-ның ҡыҫҡартылған варианты  тәҡдим ителде. Ололар имтихан пунктына инеүҙән һөҙөмтәләрҙе алыуға тиклем балалары үтәсәк юлды кисерҙе.

Акциянан һуң ата-әсәләр тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Дилара Янбаева.

Фото — район мәғариф бүлеге сайтынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: