Инйәр
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Апрель 2022, 08:23

“Һаулыҡ поезы”

Башҡортостан райондары буйлап халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү маҡсатынан махсус бригадалар йөрөүен дауам итә.

“Һаулыҡ поезы”
“Һаулыҡ поезы”

Башҡортостан райондары буйлап халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү маҡсатынан махсус бригадалар йөрөүен дауам итә. Был сара “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы ойошторола.

18 апрелдән Өфө, Дыуан, Нефтекамск, Октябрьск, Стәрлетамаҡ һәм Белорет  маршруттары буйынса 6 автопоезд юлға сыҡты.

Сираттағы “Һаулыҡ поезы” беҙҙең районда ла эшләне. Республика кардио үҙәге,  табип-физкультура диспансеры, Республика клиник дауаханаһының диагностикалау үҙәге һәм район үҙәк дауаханаһы табиптары бер нисә көн дауамында халыҡты ҡабул итте.

Медицина күҙәтеүен теләгән һәр кем үтә алды. Шулай уҡ вич-инфекцияһына тест, дөйөм ҡан анализын биреү, ЭКГ, күҙ баҫымы һәм башҡаларҙы тикшертеү мөмкинлеге булды.

  Белгестәргә күп кеше мөрәжәғәт итте. Был сара халыҡта социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иртә менән асыҡлау, йөрәк һәм ҡан тамырҙары, яман шеш кеүек хроник ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итәсәк.

Дилара Бәҙретдинова.

Эльвира Абдуллова фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: