Инйәр
+2 °С
Облачно
9 май - Еңеү көнө
21 Апреля 2022, 11:03

“Умырзая”лар — “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”ндә

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары фестивале өс йылға бер үткәрелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Умырзая”лар   — “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”ндә“Умырзая”лар   — “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”ндә
“Умырзая”лар — “Дуҫлыҡ гөлләмәһе”ндә

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары фестивале өс йылға бер үткәрелә. Фестивалдә, театр коллективтарынан тыш, “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен йөрөткән үҙешмәкәр художестволы коллективтар ҡатнаша. Улар ҙур булмаған концерт программаһын тәҡдим итә.  Сығыштарҙы аттестация комиссияһы баһалай. Коллективҡа баһа биргәндә яңы постановкаларҙың булыуы, башҡарыу кимәле, сәхнә мәҙәниәте, музыка сифаты, костюмдар һәм коллективтың ижади эшмәкәрлегенең тотороҡлоғо иҫәпкә алына.

Март башында Башҡортостандың мәҙәни тормошондағы сағыу ваҡиғаларҙың береһе — “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика үҙешмәкәр художестволы халыҡ коллективтары фестивале үтте.  “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” балалар ижадын үҫтереү, йәш быуында эстетик зауыҡ тәрбиәләү, халыҡ бейеүенең киләсәген күҙаллау маҡсатынан сығып уҙғарыла.

Киңәйтелгән бәйгелә балалар ижады мәктәбе нигеҙендә барлыҡҡа килеп,  байтаҡ йылдар уңышлы сығыш яһаған “Умырзая” балалар башҡорт фольклор ансамбле үҙ көсөн һананы. Ижади коллектив бик йәш булыуына ҡарамаҫтан, районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә лә ҙур танылыу яулап өлгөрҙө.

Был юлы  “Умырзая”лар баһалама комиссияһы ағзалары хөкөмөнә  “Йыуа байрамы”н һәм “Кис ултырыу” йолаһын тәҡдим итте һәм һөҙөмтәлә “Өлгөлө коллектив” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Балалар үҙҙәренең һәләттәрен юғары кимәлдә күрһәтте. Ололар  маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәне. Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

Концертмейстерҙарыбыҙ Ә.Фәхретдинов, Н.Ғәниев, Г.Рәхмәтуллина, Р.Алтынова, И.Биктимировалар ҙа еңеүебеҙгә үҙ өлөштәрен индерҙе. Фестивалдән дәртләнеп, яңы үрҙәрҙе яулауға ҡанатланып ҡайттыҡ.

Айгөл Ҡунаҡбаева,

“Умырзая” балалар башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас