Инйәр
+2 °С
Облачно
9 май - Еңеү көнө
21 Апреля 2022, 11:08

“Үҙебеҙ ныҡыш булмаһаҡ...”

Ҡыҙғы ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты бөгөн яңы һулыш ала башланы, тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Үҙебеҙ ныҡыш булмаһаҡ...”“Үҙебеҙ ныҡыш булмаһаҡ...”
“Үҙебеҙ ныҡыш булмаһаҡ...”

Ҡыҙғы ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты бөгөн яңы һулыш ала башланы, тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ. Совет осоронда һалынған ағас бина күптән ремонт талап итә ине. Уның тыш яғын буярға ла, соланын йүнәтергә лә, иҙәндәрен, электр сымдарын алыштырырға ла  кәрәк. Ошо мәсьәләне йыл һайын күтәрәбеҙ, сисеү юлдарын эҙләйбеҙ.

 Бер кемгә лә сер түгел, хәҙер бик ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ һәм һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә тейеш, тигән ҡарашҡа күскәнбеҙ. “Ситтән ярҙам ҡасан булыр икән?” тип ҡул ҡаушырып ултырыр заман түгел. Ауыл фельдшеры Әлфирә Ноғаманова тырышлығы һәм халыҡ ярҙамы  менән көнүҙәк һорау әкренләп хәл ителә башланы — иҫке “медпункт”та төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. 

Яңыраҡ ауылдашыбыҙ Рәүзил Фәнил улы Абдуллин бындағы иҫкереп бөткән электр сымдарын алыштырҙы. Рәүзил өлгөлө ғаилә башлығы. Егәрле, алтын ҡуллы ир-азамат нефть эшкәртеү өлкәһендә вахта ысулы менән тир түгә. Сираттағы ялына ҡайтҡан осорҙа ауылдашыбыҙ фельдшер-акушерлыҡ пунктында сымдарҙы, яҡтыртҡыстарҙы һәм башҡа электр ҡорамалдарын  ипкә килтерҙе, электр иҫәпләгесте урамдағы бағанаға  күсерҙе.  Бөтә кәрәк-яраҡ материалдарҙы Илгиз Ғинийәт улы Сиражетдинов менән Ғаяз Шәмсетдин улы Ноғаманов һатып алды. Бынан тыш, башҡалар ҙа тыш яҡты буяр өсөн әлиф, буяуҙар хәстәрләп бирҙе.  

Көнүҙәктәге мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү күпкә еңелерәк. Үҙебеҙ ныҡыш булмаһаҡ, берәү ҙә алдыбыҙға әҙерләп бирмәйәсәк.

Киләсәктә заманса талаптарға яуап биргән:  пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар, дарыуҙарҙы һаҡлау, медициа персоналдары, хужалыҡ бүлмәләре булдырылған фельдшер-акушер пункты беҙҙең ауылыбыҙҙа ла булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Әлфирә Ноғаманова,

Ҡыҙғы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.

Автор фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас