Инйәр
+11 °С
Облачно
9 май - Еңеү көнө
21 Апреля 2022, 10:48

“Еҙ үксә”лә ҡатнаштыҡ!

Матур йолаға әүерелгән “Еҙ үксә” конкурсы йылдан-йыл бейеү коллективтары, ансамблдәрҙең һәм уларҙың хореографтарының мөмкинлектәрен аса, яңы исемдәр билдәләй, йәш быуында халыҡ ижадына, сәнғәткә, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй.

“Еҙ үксә”лә ҡатнаштыҡ!“Еҙ үксә”лә ҡатнаштыҡ!
“Еҙ үксә”лә ҡатнаштыҡ!

Матур йолаға әүерелгән “Еҙ үксә” конкурсы йылдан-йыл бейеү коллективтары, ансамблдәрҙең һәм уларҙың хореографтарының мөмкинлектәрен аса, яңы исемдәр билдәләй, йәш быуында халыҡ ижадына, сәнғәткә, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй. 17 мартта Белорет районының Шығай башҡорт мәҙәни үҙәгендә алтынсы йыл рәттән уҙғарылған Башҡортостандың халыҡ артисы, һәләтле хореограф Риф Ғәбитов призына “Еҙ үксә” бейеү конкурсы уҙҙы.

Бейеү сәнғәтен үҫтереү, камиллаштырыу, пропагандалау маҡсатын күҙ уңында тотҡан  ярыш быйыл да бихисап бейеүсене бергә тупланы. Билдәләнгән ваҡытҡа Шығай башҡорт мәҙәни үҙәгенә Архангел, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондарынан һәм Межгорье ҡалаһынан бейеүсе-солистар йыйылды. Бәйге 4 йәш категорияһында ойошторолдо: 9 йәшкә тиклем, 10 — 13 йәш, 14 — 17 һәм 18 — 24 йәш. Бөтәһе 32 солист һәм 23 бейеү коллективы үҙ көстәрен һананы.

Костюмдарҙың, стилдәрҙең һәм жанрҙарҙың  төрлөлөгө ҡыуандырҙы. Бер номер ҙа бер-береһенә оҡшаш булманы. Тамашасылар бейеүселәрҙең сағыу сығыштарын бер тына ла ҡарап ултырҙы. Районыбыҙ конкурсанттары ла ярыш барышында үҙҙәренең белемдәрен, оҫталыҡтарын, рух ныҡлығын, еңеүгә ынтылыштарын күрһәтте. Һөҙөмтәлә, Алеся Хәсәнова етәкләгән “Алтынай” бейеү ансамбле III дәрәжәле дипломға, Иҙел Хәсәнов “Өмөт” номинацияһына лайыҡ булды.

Сәриә Мағазова,

 район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас