Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
21 Апрель 2022, 16:51

“Бар булмышы менән уҡытыусы”,

Яҙасаҡ һүҙем хеҙмәт ветераны Лилиә Мәғәфүр ҡыҙы Хәсәнова тураһында.

“Бар булмышы менән уҡытыусы”,
“Бар булмышы менән уҡытыусы”,

Яҙасаҡ һүҙем хеҙмәт ветераны Лилиә Мәғәфүр ҡыҙы Хәсәнова тураһында.

Ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә ул. Бала саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыяллана. Бөрө педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала. Ҡыҫынды ауылы егете Минислам ағай менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Йәштәр беренсе көндән үк  гөрләтеп донъя көтә. Татыу пар ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләй. Оло ҡыҙҙары Юлиә Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Инйәр мәктәбендә башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Белорет районы Шығай ауылына килен булып төшкәс, белем биреүен унда дауам итә.

Улдары Миңлегәрәй ҙә өйләнгән, килендәре Гөлнур — мөғәллимә. Ҡыҙҙары Ғәлиә Нижневартовск ҡалаһында төпләнеп, өлгөлө ғаиләһе менән ата-әсәһен ҡыуандыра.

Лилиә Мәғәфүр ҡыҙы бөгөн 9 ейән-ейәнсәргә һөйөклө өләсәй. Ул  ата-әсәләребеҙҙе, беҙҙе уҡытҡан, тәрбиә биргән остазыбыҙ. Үҙ һөнәрен ысын күңелдән яратҡан, һәр баланы һөйгән, йөрәгенә юл таба белгән уҡытыусы мәктәп программаһы буйынса бүленгән сәғәттәрҙән тыш, алгебра, геометрия фәндәренән өҫтәмә дәрестәр ҙә бирҙе, өйөнә лә саҡырып ала торғайны. Ҡатынының терәк-таянысы булған Минислам ағай ҙа быға бер ҡаршы килмәне, киреһенсә хуплай торғайны. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тигәндәй бар ауыл халҡы уны ярата, изгелек теләп кенә тора.

Лилиә Хәсәнова үткәргән дәрестәрҙе барыһы ла һәр саҡ көтөп ала ине. Балалар менән аралаша, уларҙы аңлай белеүе, ғәҙел баһалауы, тырышлығы, ҡыҙыҡһындыра алыуы менән айырылып торҙо. Донъяға алғы ҡарашлы, көслө рухлы, изгелекле, оҫта ойоштороусы булыуы, төшөнкөлөккә бирелмәүе, һәр нимәлә ыңғай яҡты күреүе һәм башҡа кешелек сифаттары уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, ауыл халҡы араһында абруйын күтәрҙе.

Уҡытыусы булып эшләүе бөйөк эш. Уҡымышлы, түҙемле, оло йөрәклеләр генә  ошо һөнәргә тоғро ҡала. Лилиә Мәғәфүр ҡыҙы Хәсәнова тап шундайҙарҙан.

Илгиз Рәхмәтуллин,

Зәйет мәктәбе уҡытыусыһы.

Фото — ғаилә архивынан. 

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: