3
Ҡунаҡ саҡырыу әҙәбе
Ҡунаҡ йыйғанда ниәттең дөрөҫ булыуы шарт, йәғни ниәт менән ғәмәл тап килергә тейеш. Мәҫәлән, никах уҡытырға мулла саҡырылған мәжлескә, мулла сығып китеү менән өҫтәл түренә араҡы менеп ултыра. Был вәғәз һөйләп, изге теләктәр теләп доға ҡылған мулланы, шулай уҡ Аллаһы Тәғәләне “алдарға” маташыу кеүек килеп сыға.
9
«Светлый»ҙың яҡты ниәттәре
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы Ҡыҙыл-Лиман йүнәлешендә алдынғы технологиялар ҡулланған бүлексәләрҙең береһе булараҡ танылған. Бында дрондар — ярҙамсы ҡорал ғына түгел, ә тулы хоҡуҡлы һуғыш берәмеге. Улар разведкала, теүәл атыуҙарҙа, хатта логистикала ҡулланыла — алғы позицияларға кәрәк-яраҡтан торған йөк еткерә. Ветерандар пилотһыҙ осоусы аппараттар ғәскәрҙәрен армияның яңы элитаһы тип атай.
11
Аҡыллы ла, һөйкөмлө лә, уңған да
12 август — Халыҡ-ара йәштәр көнө айҡанлы беҙ райондың ғорурлығына әйләнгән шәхестәребеҙ тураһында бәйән итергә теләйбеҙ. Төрлө яҡлап һәләтле, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, тыуған ере үҫешенә үҙ өлөшөн индергән егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ күп беҙҙең. Мәҡәләбеҙ геройы Азалия Вахитова тап шундайҙарҙың береһе. Булыр бала биләүҙән, тигән боронғолар. Йәш кенә яҡташыбыҙ кескәй саҡтан уҡ үҙенең булдыҡлығын, тырышлығын, зирәклеген күрһәтә. Уның белем донъяһына тәүге ишеге «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында асыла....
12
Ер-һыуыбыҙ – ҙур байлығыбыҙ Уны һаҡлау – изге бурысыбыҙ
Йәй — беҙҙең өсөн ял, сәйәхәт, урман-яланға сығыу ваҡыты. Уның ҡосағына һырыныу, йылға буйында ултырып сәй эсеү, күңел асыу — оло бәхет. Ләкин был шатлыҡ күп осраҡта бер яҡлы ғына. Тәбиғәтебеҙ кинәнесле мәл бүләк итһә, беҙ, кешеләр, күп осраҡта мәрхәмәтһеҙлек күрһәтәбеҙ, рәхмәт урынына сүп-сар ҡалдырып, бысратып китәбеҙ. Был — үҙ йөҙөбөҙгә ҡара төшөрөү генә түгел, тәбиғәткә ҡаршы енәйәт ҡылыу.
13
Төҙөлөшкә ғашиҡ оҫта
Һәр август айында беҙ Төҙөүселәр көнөн билдәләйбеҙ. Был — тораҡ пункттарға яңы төҫ индергән, кешеләрҙең торлағын матурлаған, йәшәү урыны менән тәьмин иткән хеҙмәт оҫталарының көнө. Шундайҙарҙың береһе — яҡташыбыҙ Илмир Кинйәбулатов. Ул — һайлаған һөнәренә мөкиббән ғашиҡ, эшен яратып башҡарған, һәммәбеҙҙең йәшәү шартына уңайлыҡ, йылылыҡ, йәм өҫтәгән шәхес.