Инйәр
+15 °С
Облачно
Общие статьи
14 Августа 2020, 06:20
Халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләй
Белеүегеҙсә, ауыл ерендәге һәр проблеманы йырып сығыу өсөн күп кенә ишектәрҙе асып инергә кәрәк.
Добавить в предпочтительные источники Google
Мин Яңы Шишмә ауылында йәшәйем, һигеҙ йыл ошонда депутат бурысын атҡарҙым. Белеүегеҙсә, ауыл ерендәге һәр проблеманы йырып сығыу өсөн күп кенә ишектәрҙе асып инергә кәрәк. Беҙ, Яңы шишмә халҡы, юлдарҙы төҙөкләндереүҙе, интернет үткәреүҙе, фельдшер-акушерлыҡ пунктын булдырыуҙы һорап байтаҡ хат яҙҙыҡ. Урындағы кешеләрҙең ҡул көсө менән юлдарҙы ремонтланыҡ, ҡорбан булған Бөйөк Ватан һуғышы һәм афған яугирҙарына һәйкәл ҡуйҙыҡ. Күбеһе халыҡ иҫәбенән башҡарылды. Ярай район һәйкәл өсөн — 17, зыяратҡа 10 мең һум аҡса бүлде.
Илшат Әминев район хакимиәтенә башлыҡ итеп һайланғандан һуң, барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Ул беҙҙең тарафтарға йыш ҡына эш сәфәре менән килә. Халыҡтың мөрәжәғәттәрен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай: тиҙ арала ауыл интернетлы булды, Шишмә һәм Баҡса урамдарына һәм Һартҡа тиклемге төп юлға ҡырсынташ түшәттерҙе, әлеге мәлдә ФАП төҙөлөшө бара. Юл ремонтлаусы эшселәр ҙә бурыстарын намыҫ менән үтәне. Хәҙер Яңы шишмәлеләр һөйөнөп бөтә алмай.
Илшат Нәжмитдин улының район халҡы мәнфәғәтен күҙәтеүе, уның эшендә күренә. Беҙгә етәксебеҙҙең башланғыстарын хуплап, уға ярҙам итергә, бергәләшергә кәрәк. Башҡа ауылдарҙа ла ошоға оҡшаш мәсьәләләр хәл ителеренә иманым камил.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"