Байрам көндәрендә ҡорбан салыуҙың мәғәнәһе ниҙә? Кемдәргә ҡорбан салыу вәҗиб (мәжбүри) һанала? Ниндәй мал-тыуар ҡорбан өсөн яраҡлы? Ҡорбан байрамы алдынан әлеге һәм башҡа һорауҙарға яуапты һеҙ түбәндәге яҙманан таба алырһығыҙ.
Ҡорбан салыу 3 көндөң береһендә башҡарыла:
беренсе көндө (Зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни 31 июлдә);
һәм алдағы ике көндә (Зөлхизә айының 11 һәм 12-се көндәрендә, йәғни 1 һәм 2 августа).
Ҡорбан салыу түбәндәге кешеләргә мәжбүри:
мосолманға, иреклегә, мосафир булмағанға, нисаб күләмендәге малға эйә кешегә.
Мосолман кешеһе ҡорбан салыуҙы үҙе өсөн башҡара, әммә балиғ булмаған балаларың өсөн ҡорбан салыу мәжбүри түгел: бер сарыҡ (кәзә) — бер кеше исеменән, ә дөйә, йә һыйыр — ете кеше исеменән. Ҡорбан салыу ярлы йәиһә сәфәрҙә булған кешегә мәжбүри түгел (хатта һуңғыһы бай булһа ла). Ҡорбан салыу ваҡыты байрамдың беренсе көнөндә таң менән башлана, әммә йома һәм ғәйет намаҙҙары үткәрелеүсе ҡалаларҙа һәм ҙур ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн ул байрам намаҙынан һуң ғына башҡарыла. Бәләкәс ауылдарҙа йәшәүселәр таң атыу менән (иртәнге намаҙ ваҡыты етеү менән) ҡорбан салыу эшенә тотонорға мөмкин.
Ҡорбан салыусы кеше түбәндәгеләрҙе эшләй ала:
итте үҙенең ғаиләһе менән ашай; башҡа кешеләрҙе ашатырға (бай йәиһә хәйерсе булыуҙары мөһим түгел) йәки уларға иттең бер өлөшөн бирергә мөмкин; итте ғаиләһе өсөн ҡалдыра. Әлеге мөмкинлектәрҙең һәр береһенән файҙаланыу йәһәтенән итте 3 өлөшкә бүлеү кәңәш ителә, мохтаждарға бирелгәне өстән бер өлөшөнән дә кәм булмаҫҡа тейеш.
Салғанда түбәндәгеләр мотлаҡ: Аллаһы исемен әйтеү (бисмилләһи), һис юғы дүрт өлөштөң өсөһөн киҫеү: үңәс, трахея һәм 2 ҡан тамыры. Иң яҡшыһы — ҡорбан сала белгән кешенең әлеге ғәмәлдәрҙе үҙе башҡарыуы.
Ҡорбанлыҡ хайуандың Китап әһеле кешеһе тарафынан салыныуы хупланмай (хатта барлыҡ шарттар үтәлһә лә, ҡорбан ғибәҙәт мәсьәләләренә керә һәм ул ябай салыу булып һаналмай).
Әгәр ике кеше үҙенең хайуандарын бутаһа һәм уларҙың һәр ҡайһыһы икенсе бер хайванды салған булһа, был рөхсәт ителә һәм бер-береһенә өҫтәмә ҡайтарып түләү тейешле түгел.
Әгәр мосолман кешеһе ҡорбан салғанда Аллаһы исемен әйтергә кәрәк икәнлекте белһә, әммә онотһа, итте ашарға ярай, ләкин махсус рәүештә әйтмәһә, был итте ҡулланыу тыйыла.
“Аллаһу әкбәр” тип өҫтәмә һүҙҙәр әйтеү һәм хайуанды ҡиблаға ҡаратып ятҡырыу мәжбүри түгел, әммә рөхсәт ителә.
Кафыр кеше (атеист) салған ҡорбан итен ашарға ярамай.
Үтмәҫ бысаҡ ҡулланыу, бысаҡты хайуан алдында үткерләү, башҡа хайуандар ҡаршыһында ҡорбан салыу, хайуанды ҡорбан салыу урынына ғазаплап алып барыу, өҫтәмә язалар күрһәтеү, салғанда бысаҡ менән умыртҡалыҡҡа ҡәҙәр килеп етеү һәм шунда уҡ башын киҫеп төшөрөү,
хайуандың йәне сығып бөткәнсе тунай башлау хупланмай.
Ҡорбанға түбәндәге хайуандар файҙаланыла:
дөяләр (бер йәиһә ике үркәсле булыуы мөһим түгел),
һыйырҙар, үгеҙҙәр (йәки буйволдар), һарыҡтар (йәки кәзәләр). Аттар ҡорбанлыҡ сифатында файҙаланылмай.
Хайуандар рөхсәт ителгән юл менән алынырға тейеш.
Юғарыла һаналғандарҙан тыш, һәр бер хайуан билдәле бер йәшкә еткән булырға тейеш: дөйә — биш йәштән алып һәм өлкәнерәк; һыйыр — ике йәштән алып һәм өлкәнерәк;
һарыҡ — бер йәштән алып һәм өлкәнерәк.
Түбәндәге хайуандар файҙаланылмай: ике йәиһә бер күҙе һуҡыр, һис юғы бер күҙе һуҡыр булһа, әгәр уның һуҡырлығы күренеп торһа һәм ҡорбан салыу урынына хайуан үҙе килеп етә алмаһа, ауырыу, ябыҡ булһа, ҡолағы, йәки ҡойрого киселгән йәиһә ҡолағы йә ҡойроғоноң күп өлөшө киҫелгән булһа (әгәр күпселек өлөшө бар икән, рөхсәт ителә).
Әгәр ҙә тыумыштан мөгөҙө булмаһа, шулай уҡ мөгөҙө һынған икән (сөнки ҡорбан салыу мөгөҙ менән бәйле түгел),
беселгән булһа, ҡорсаңғы ауырыуы менән сирләһә (сөнки әлеге ауырыу хайуандың тиреһенә тарала) салыу рөхсәт ителә.
Әгәр хайуанды һатып алғанда ул сәләмәт булһа, һуңынан уны ҡорбан итеп салыуға ярамай торған кәмселектәре асыҡланһа: ҡорбанлыҡтың хужаһы бай булһа, ул уны икенсеһенә алыштырырға тейеш, ә инде ярлы икән, нисек бар, шулай ҡалдыра.
Төп ҡағиҙәләр: ҡорбан итен һатырға, йәки уны түләү сифатында ҡулланырға ярамай; йәмғиәткә ҡорбандың файҙаһы күберәк булһын өсөн тырышырға, шуға күрә: әгәр хайуанның тиреһен һәм эсен ҡулланыу мөмкинлеге булһа, уны ташлау хупланмай (ҡулланылмаған осраҡта, күмеп ҡуйырға мөмкин);
әгәр һөйәктәре файҙаланылған булһа, уларҙы эттәргә биреүҙән тыйыу юҡ, ҡорбанлыҡ хайуанының ҡанын, ғәҙәти ваҡытта мал һуйғандағы кеүек, шулай уҡ тупраҡ менән күмергә кәрәк.
Әгәр хайуандың ҡарынынан яралғы сыҡһа, уның үҫеш стадияһы иҫәпкә алына. Ул тулыһынса формалашҡан һәм тере икән, уны салырға кәрәк, әгәр формалашмаған йәиһә үлгән булһа, уны ашау тыйыла һәм уны салыу бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй.
Хайуандың тиреһен сәҙаҡа итеп бирергә, хужалыҡта файҙаланыу өсөн ниндәй ҙә булһа яйланма эшләргә йәки оҙаҡ ваҡыт файҙаланыла торған нимәгә лә булһа алыштырырға мөмкин.
Аллаһы Тәғәлә ҡорбан салыусыларҙың ҡорбандарын ҡабул итһә һәм Үҙенең рәхмәте менән бүләкләһә ине. Ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға был донъяла һәм әхирәттә тыныслыҡ, именлек, бәхет теләйбеҙ!