Айырыуса балалар һәм үҫмерҙәргә бәйле бәхетһеҙ осраҡтар борсоуға һала. Быйыл республика һыу ятҡылыҡтарында хәл ҡатмарлы кимәлдә һаҡлана. Йыш ҡына балиғ булмағандар үҙҙәренең йәшәгән еренә яҡын урынлашҡан йылға-күлдәрҙә бата. Пландары хаҡында ата-әсәһен иҫкәртмәйенсә, уйнау, йөрөү өсөн тәғәйен урындарҙан китеп, улар һыу буйына йүнәлә. Унда иһә йөҙөү оҫталыҡтарына эйә булмау, шулай уҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫәпкә алмау сәбәпле бәхетһеҙ осраҡ ҡорбандарына әйләнә. Ғәҙәттә, һыу инеү һәм ял итеү өсөн махсус билдәләнмәгән, ҡотҡарыу хеҙмәте булмаған, шул уҡ мәлдә тиҙ ярҙам (киҫкен хеҙмәт) транспорттары йәһәт кенә килеп етә алмаған урындарҙа һыуға батыуҙар күберәк. Бәхетһеҙ осраҡҡа тарыуҙың күпселеге законлы вәкилдәр йәки башҡа өлкәндәрҙең балалар янында булмаған ваҡытҡа тура килә. Әммә тейешле контролдең юҡлығы һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау ҙа һәләкәткә илткәнен онотмаһаҡ ине.